Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель , 12:48

Өлгө алабыҙ

Күмертау ЗАГС бүлегендә 50 йыл иңгә-иң терәп бергә йәшәгән ғаилә парҙарын тәбрикләү матур йолаға әйләнгән.

Өлгө алабыҙ
Өлгө алабыҙ

Бөгөн дә юбилярҙар өсөн тантаналы көн булды. Уларҙы ЗАГС хеҙмәткәрҙәре алтын туйҙары менән ҡотланы.
Айгөл Иҙрисова, Күмертау ЗАГС бүлеге начальнигы:
- Бындай тантаналар үткәреү беҙҙең өсөн дә оло ҡыуаныс. Юбилярҙар үҙҙәре лә ихластар, бергә татыу йәшәү серҙәрен һөйләйҙәр, ҡыҙыҡлы мәлдәре менән дә бүлешәләр. Донъя булғас төрлө хәлдәр була, был парҙарҙың тормоштағы барлыҡ ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, ауыр һынауҙарға бирешмәй, ҡулға-ҡул тотоноп, ғүмер юлын бергә үтеүҙәре ҙур баһаға лайыҡ. Ошондай алтын туйҙарын ҡаршылаған парҙарға ҡарап беҙ һоҡланабыҙ һәм өлгө алабыҙ.
Материал тулы килеш гәзиттә сығасаҡ.

Автор:
Читайте нас