Екатерина йылдар үткән һайын йәшәрә, сибәрерәк була һымаҡ. Ә талант? Белмәгән һөнәре юҡ тиһәк, моғайын, алдамаҫбыҙ. Эшҡыуар булараҡ та булдыра, культура йәһәтенән дә алдынғылыҡты бирмәй. Былары нимә, Е. Ниғәмәтованың төп миссияһы - Әсә, ҡатын булыуҙа. Ҡайҙан барыһына өлгөрә (уның ҡатнашмаған конкурсы ҡалманы ла, буғай, ғаиләһе менән бергә лә бер үҙе лә төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша), баш етмәй. Күп балалы әсә лә ул, ә ҡарайһың, яңы ғына мәктәп бөткән ҡыҙҙай үҙе. Сибәрлеге хаҡында айырым һөйләргә, яҙырға кәрәк - әммә, барыбер, был ҡатындың бар матурлығын, серен асырға һәләтебеҙ етмәҫ.
Екатерина сираттағы конкурста ҡатнаша. Әле тауыштар йыя, иң беренсе булып бара, шулай ҙа тауыштарыбыҙҙы йәлләмәй бирәйек, беҙҙең конкурсант мотлаҡ беренселекте алырға тейеш (быныһы интернетта тауыш йыйыу ғына, финал 28 апрелдә була, иманабыҙ камил, Екатерина Борисовна был юлы ла алдынғылар рәтендә буласаҡ. Уңыштар!