Конкурс коррупцияға ҡаршы социаль рекламаға ярашлы уҙа. Өс төркөмдәге (10-15 йәш; 16-20 йәш; 21-25 йәш) ҡатнашыусыларға өс номинация буйынса социаль реклама әҙерләргә тәҡдим ителә.
Эштәр www.anticorruption.life һылтанмаһы буйынса конкурстың рәсми сайтында ҡабул ителә. Уларҙы 2025 йылдың 1 октябренә тиклем ебәреү мотлаҡ, ә конкурсҡа йомғаҡ, еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы билдәләү Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнөндә (9 декабрҙә) уҙа.
Конкурсты үткәреү ҡағиҙәләре, ҡатнашыу шарттары һәм баһалау критерийҙары тураһында мәғлүмәт күрһәтелгән сайтта урынлаштырылған.