Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май , 16:52

Бергә йәшәүҙәргә ни етә!

Күмертау ЗАГС-ында  бөгөн юбилярҙарҙы ҡотланылар.

Бергә йәшәүҙәргә ни етә!
Бергә йәшәүҙәргә ни етә!

Тормош ығы-зығыһына батып, нимәлер артынан, кәрәкме-кәрәкмәйме, сабып, грамота бирәләр-бирмәйҙәр тип борсолоп йәшәгән беҙ – йәшерәк быуынға оло һабаҡ бирҙе был көн.

50 йыл бергә – бына был, исмаһам, батырлыҡ, бына был – ысын бүләк. Уны береһе лә ситтән килтереп, ялындыртып бирмәгән, ғүмер бүләге ул, был парҙар үҙҙәренә-үҙҙәре шулай оло бүләк яһаған.

Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, апай-абзыйҙар. Беҙгә үрнәк булып, тағы ла оҙаҡ йылдар бергә йәшәргә яҙһын һеҙгә, һеҙгә ҡарап, беҙ маҡсаттар ҡуяйыҡ, һабаҡ алайыҡ, был тормошта барыһы ла бер ни түгел, бергә йәшәүҙәргә ни етә!

Автор:
Читайте нас