Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май , 07:12

"Атайсал" проекты артабан киңәйә

Бөгөн Өфөлә дүртенсе тапҡыр “Атайсал – Ватан көсө” республика форумы үтте. Ҙур сара бөтә республиканан һәм унан ситтә йәшәгән меңгә яҡын кешене йыйҙы. Уларҙы бер нәмә берләштерә – атайсалына ярҙам итеү теләге.

Республикала “Атайсал” проекты 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы буйынса башланғайны. Ошо ваҡыт эсендә унда 7500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, 31 меңдән күберәк проекттар тормошҡа ашырылған. Уларҙың дөйөм суммаһы – 1 миллиард 750 миллион һумдан ашыу.

Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Уның белдереүенсә, проект артабан үҫешә һәм үҙенең форматын киңәйтә.

– Әгәр башта был тыуған ауыл йәки ҡала мәнфәғәтенә хәрәкәт булһа, бөгөн ул беҙҙең уртаҡ берҙәмлектең сағылышына әйләнде. Бөгөн "Атайсал" Башҡортостандан ситтә уңышҡа өлгәшкән һәм үҙенең бәләкәй ватанына ярҙам иткән кешеләрҙе берләштерә. Тыуған яғының сәскә атыуына үҙ өлөшөн индергән бында йәшәгән һәм эшләгәндәрҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүселәрҙе. “Атайсал” республикаға һәм бөтә илгә файҙа килтергән мөһим реаль эштәргә нигеҙләнгән дөйөм милли хәрәкәткә әүерелә тип әйтергә була, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Махсус хәрби операция башланғас “Атайсал” проекты ла үҙгәрҙе. Хәҙер ул яугирҙәргә ярҙам итеүселәрҙе лә берләштерә. Сарала хәрбиҙәр бик күп булды. Улар үҙҙәре лә атайсалын төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерә.

– Ошо йылдар эсендә 1,750 миллиард һумлыҡ эштәр башҡарылды. Әммә был ҙур сумма ла беҙҙең хәрәкәттең бөтә масштабын сағылдырмай. Бөтә нәмәне лә аҡса менән үлсәп булмай. Күптәр үҙ көсөн һалып, үҙ хеҙмәттәре менән ярҙам итә. Форумда ҡатнашыусылар бик күп файҙалы башланғыстарҙы тормошҡа ашырҙы – 950-гә яҡын балалар һәм спорт майҙансыҡтарын йыһазландырҙы, 500-ҙән ашыу мәсет һәм сиркәү төҙөнө һәм ремонтланы. Меңгә яҡын ҡәберлек, 2000-дән ашыу һәйкәл һәм обелиск тәртипкә килтерелгән. Йөҙҙәрсә саҡрым юл ремонтланды. 900-ҙән ашыу шишмә төҙөкләндерелде. 15 меңдән ашыу мөһим ваҡиға сараһы үткәрелгән. Изге эштәр исемлеге бик ҙур", – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы үҙенең сығышында “Атайсал” проектында ҡатнашҡан ҡайһы бер кешеләргә айырым туҡталды.

– “Жилстройинвест" компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Рәбис Сәлихов Илеш районының Дөмәй ауылында мәсет төҙөнө һәм асты, ул былтыр тыуған ауылының ысын архитектура биҙәге, уның рухи үҙәге булды. “Атайсал”дың Башҡортостандан ситтә уңышлы тормошҡа ашырылыуының матур миҫалдары ла бар. Силәбе өлкәһенең Солтан башҡорт ауылында тыуып үҫкән Камил Хәйруллин Санкт-Петербургта уңышлы бизнес ойошторған, ләкин үҙенең бәләкәй ватанын онотмаған. Бер нисә йыл элек ул тыуған ауылында яңы йорттар төҙөргә һәм уларҙы Солтан ауылына бушлай бирергә ҡарар итә. Әле Камил Әғзәм улы был ауылға күсеп, уны тергеҙергә теләүселәргә финанс ярҙам күрһәтә. Ул шулай уҡ урындағы балалар баҡсаһын һәм мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, сыр ҡайнатыу заводы аса, урындағы фермерҙарға ярҙам итә, – тине ул.

Тағы бер яҡташыбыҙ Михаил Кийко тураһында ла һөйләне ул.

– Яҡташыбыҙҙы, Рәсәйҙең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәте директорының элекке урынбаҫары, полиция генерал-полковнигы Михаил Кийконы, бөгөн “Аэро-макс” предприятиеһының генераль директорын сәләмләүебеҙгә шатбыҙ. Михаил Юрьевич тыуған Стәрлетамаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарына мемориал төҙөргә, Советтар Союзы Геройы Яков Ткаченкоға бюст ҡуйырға, Золотоношка ауылында хәрби хәрәкәттәр ветерандары хөрмәтенә сиркәү һәм часовня төҙөргә ярҙам итә, – тине Радий Фәрит улы. – Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле яҡташтар! Көстәрен һәм аҡсаларын йәлләмәйенсә тыуған яҡ өсөн мөһим изге эштәр башҡарған һәр кемгә рәхмәт.

Ватанды һаҡлаусылар йылында һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында совет халҡының батырлыҡтарына тәрән хөрмәт күрһәтәбеҙ, тине республика Башлығы. Бөгөн күп кенә яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция барышында ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын намыҫ менән дауам итә. Атайсалға ярҙам итеү буйынса тыныс проект булараҡ башланған “Атайсал” проекты махсус хәрби операция башланыу менән ватанды ҡорал менән һаҡлаған яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүҙең мөһим ысулдарының береһенә әүерелде.

"Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылауҙар ойоштороуға ҙур өлөш индергәндәргә, бронемашиналарға, разведка дрондарына тиклем етди техника менән тәьмин итеүселәргә айырыуса рәхмәт белдерәм. Эштән буш ваҡытта яугирҙәребеҙ өсөн кейем тегеүселәргә, маскировка селтәре үреүселәр, хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүселәр, шуның менән дөйөм еңеүгә ҙур өлөш индереүселәргә рәхмәт. Бындай ярҙам хаҡы ҡәҙерле – яҡташтарыбыҙҙың ҡотҡарылған ғүмере", - тине Радий Хәбиров. 

Форумда аныҡ эштәре менән күптәргә өлгө булырлыҡ яҡташтарыбыҙ сығыш яһаны һәм үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Зал айырыуса йәш химик, халыҡ-ара олимпиадалар еңеүсеһе Вадим Харисовты ихлас сәләмләне. Йәш егет йәштәрҙе республикала ҡалдырыу өсөн нимәләр эшләнеүе тураһында һөйләне. 

Республика Башлығы Ватанға реаль эштәр менән ярҙам иткән, уның мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ныҡ торған һәр кемгә рәхмәт әйтте. Был беҙҙең айырыуса ихлас патриотизмыбыҙҙы сағылдыра. Сара һуңында Радий Хәбиров алдынғы проектта ҡатнашыусыларға бүләктәр, дәүләт наградалары тапшырҙы.

Автор:
Читайте нас