Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май , 17:07

Бында ҡыҙҙар шәп!

Күмертауҙа «Аулаҡ өй» һаман ойошторола икән.

Халыҡтың боронғо матур йолаһын, ҡала йәшәһәләр ҙә, барыбер онотмайҙар икән милләттәштәр.

Ҡалала һаман бар икән «Аулаҡ өй». Кем белә, бәлки, исеме икенсерәктер, “Ритайым”, мәҫәлән, әммә төп маҡсаты бер- күңел асыу. Башҡортса-татарса-русса бейеү, йырлау, табын артында ултырып та, баҫып тороп та аралашыу. Шулай тип ҡоҙаланылар: әйҙә, Аркаға, унда ҡыҙҙар – төрлөһө бар!

Арка тигәнен, кем ҡалала йәшәй, Аулаҡтарға йөрөмәһә лә, белә. Тәҡдим шәп, йөрәк шәберәк тибә башлағандай итте, әммә... Дәрт бар ҙа, дарман юҡмы икән, элегерәк әйтһә инде, ике уйлап тормай, торор ҙа сабыр инең, әле... әллә ҡалай, уңайһыҙ. Нимә өсөн килгән икән был тип бөтәһе лә ҡарар ҙа торор кеүек.

- Әллә тағы..

- Ҡатының менән кил.

- Һем...

Ымһындырғыс, ҡотортҡос булһа ла, әлегә бармай торорға ҡарар ҡылынды. Ә башҡалар, йылы кистәрҙе тағы ла йылыраҡ һәм йәмлерәк, күңеллерәк үткәргеһе килә, был сараға барһын ине. Бөгөн дә була икән ул. Ҡайҙа? Аркала.

Автор:
Читайте нас