Йәмғиәт
4 Июнь 2025, 06:26

Һыуынмаһын, нығынһын

Бөгөн ҡала хакимиәтендә дәүләт- конфессия-ара мөнәсәбәттәр комиссияһы ултырышы үтте.

Һыуынмаһын, нығынһынҺыуынмаһын, нығынһын
Һыуынмаһын, нығынһын

Ултырышта мәғариф өлкәһендә дин дәрестәрен кем нисек өйрәнә – шул турала ҡала мәғариф идаралығы директоры Татьяна Юлусова бәйән итте. Дини кешеләр вакцина һалдырырға тейеш – был турала Роспортебнадзор вәкиле Наталия Гусак һөйләне. Баҡһаң, дингә һылтанып, күптәр вакцина яһатмай икән, был дәғүәне православие һәм мосолман дине вәкилдәре күтәреп алды: беҙҙә укол яһау тыйылмай, әммә ҡайһы берәүҙәр, вакцинанан ҡырҡа баш тарта, хатта сабый балаһына эшләтмәй.

Күмертау татарҙары конгерсы рәйесе Исхаҡова Гөлбаныу сығыш яһаны, күп кенә эштәр башҡарғандар, саралар үткәргәндәр, барыһы ла татар телен, мәҙәниәтен һаҡлауға йүнәлтелгән. Ҡалала  6 933 татар милләтле кеше йәшәй икән...

Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас