Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь , 16:33

Мәрхәмәт бир яуыз кешеләргә

Альмира ИШМӨХӘМӘТОВА, Ҡунаҡбай ауылы

Мәрхәмәт бир яуыз кешеләргә
Мәрхәмәт бир яуыз кешеләргә

Сыйырсыҡтар
Иртән тороп өй алдына сыҡһам,
Сыйырсыҡтар килгән ояға.
Һыҙғырышып сәләм бирәләр
Рәхмәт яуһын инде уларға.

Иҫем китә килгән ҡоштарыма
Кешеләргә үрнәк алырлыҡ.
Онотмайса ҡайта Тыуған яҡҡа
Ҡайҙан килә шундай тоғролоҡ?

Йыраҡ араларҙы яҡын итеп
Ҡайта улар илен һағынып.
Балалары үҫкәс, кире китә
Көҙгө һалҡындарҙан арынып.

Аҡҡоштар
Һыу буйына төшөп килгән инем
Ике аҡҡош йөҙә быуала,
Һоҡланып ҡараным мин уларға
Ниндәй мөғжизә бар тип донъяла.

Ғүмер бирсе, раббым, шул ҡоштарға
Парлы ғына булып йөҙһөндәр,
Балаларын сығарып, үҫтергәс,
Йылы яҡҡа кире китһендәр.

Мәрхәмәт бир яуыз кешеләргә
Теймәһендәр ине аҡҡоштарға,
Иҫәнлек бир оҙон юлдар үтеп
Һау сәләмәт ҡышты ҡышларға.

Ҡарағайҙар
Өй алдында үҫә ҡарағайҙар
Һин ултыртҡан инең уларҙы,
Шундай бейек булып үҫтеләр
Өй ҡыйығынан да юғары.

Йәшел башҡайҙарын сөйөп күккә
Бирешмәйсә ел һәм дауылға,
Нисә йылдар һинһеҙ үҫте улар
Әйтерһең дә һинең дауамға.

Ҡарағайҙар, гүйә, ҡырыҫ ағайҙар
Ғорур ғына баҫып торалар,
Әгәр кеше кеүек булһалар
Һағыштарға түҙер инеме һуң улар.

Һағыш
Онотолғас керҙең төштәремә
Иҫтәремә төштөң яңынан,
Йөрәк әрнеүенә түҙә алмайса
Килеп баҫтым рәсмең ҡаршыңа.

Ашығып та киттең араларҙан
Һуңғы һүҙҙәреңде әйтә алмай,
Гармуның да тора моңһоуланып
Инде нисә йылдар уйналмай.

Балаларың күптән ғаиләле
Оноҡтарың үҫеп киләләр,
Һин генә юҡ минең яндарымда
Яңғыҙ ата һәр көн иртәләр.

Балалары киткәс тол ҡатындар
Яңғыҙ ғына ғүмер итәләр,
Ауыр һүҙҙәр әйтеп, рәнйетмәгеҙ
Кем йыуатып, кем һуң иркәләр.

Тәбиғәттең үҙ ҡанундары бар
Аптырап та ҡуям донъяға,
Көткән саҡта йылы, наҙлы яҙҙар
Ел ыжғырып, дауыл ҡотора.

Көтмәгәндә әсе елдәр иҫә
Ҡапыл килеп ҡайсаҡ буранлай,
Ҡояш сыға тиеп өмөт итһәң
Болот баҫып ямғыр яуымлай.

Дошман тигәндәрең дуҫҡа әйләнә
Дуҫың һата һине, күрә алмай,
Туғандарың да ауыр һүҙҙәр әйтеп
Рәнйетергә һине оялмай.

Көтмәгәндә килә ҡайғы, хәсрәт
Уйламаған саҡта ҡыуаныс,
Һау сәләмәт булһын балаларым
Тормошомда терәк, таяныс.

Ҡыҙыма
Тәбиғәттең иң матур мәлендә
Алмағастар сәскә атҡанда,
Һин донъяға килдең ҡыҙым
Һыҙылып ҡына ал таң атҡанда.

Тәүге тапҡыр ҡулдарыма алып
Һоҡланып ҡараным мин һиңә,
Ҡыйғас ҡашлы, ҡара күҙле
Ай нурылай алһыу йөҙөңә.

Ҡырыҡ йәшеңә килеп еттең, балам,
Ҡотло булһын ғүмер байрамың,
Сәләмәт бул, ҡайғы хәсрәт күрмә
Яҡты булһын килер көндәрең.

Тораһың һин һаулыҡ һағында
Эшең дә лә хөрмәт итәләр,
Наградалар алып ҡыуандың
Һәр саҡ көтһөн һине уңыштар.

Минең өсөн ҡәҙерле ҡыҙым һин,
Изге әсәй балаларыңа,
Һөйөклө ҡатын тормош иптәшеңә,
Терәк таяныс туғандарыңа.

Автор:
Читайте нас: