Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль , 12:36

Өфөлә йәш ғалимдарҙың съезы асылды

Өс көн дауам итәсәк сара барышында 50-нән ашыу майҙансыҡ эшләйәсәк. XIII съезға теркәү кампанияһы йомғаҡтары буйынса 2000-гә яҡын ғариза бирелгән, шуларҙың 1300-ө Фән һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса Координация советы тарафынан хупланған.

Бөгөн, 2 июлдә, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында XIII Бөтә Рәсәй Йәш ғалимдар советы һәм Студент фәнни берләшмәләре съезы үҙ эшен башланы. “Традициялар тәрәнлегенән – технологиялар бейеклегенә тиклем” тип аталған сараға илдең төрлө төбәктәренән йәш ғалимдар, студенттар берләшмәләре әүҙемселәре, дәүләт ярҙамы алған йәш ғалимдар Рәсәй Президентының фән һәм инновациялар өлкәһендә йәш ғалимдар өсөн премияһы лауреаттары, фән, технологиялар һәм юғары белем биреү өлкәһендә идара итеү кадрҙары резервын үҫтереү программаһын тамамлаусылар,  йәштәрҙең төрлө ғилми берләшмәләре вәкилдәре йыйылды.

– 13-сө тапҡыр үткәрелгән ҙур сараның төп маҡсаты һәм бурысы – йәш ғалимдарға Рәсәйҙең фәнни-техник сәйәсәте нигеҙҙәре һәм яңылыҡтары тураһында мәғлүмәт еткереү, улар өсөн ниндәй өҫтөнлөклө йүнәлештәр, закондар сығарыу башланғыстары, ярҙам итеү ҡоралдары булыуы хаҡында хәбәр итеү. Ошонда ҡатнашҡан ғилми ойошмалар лидерҙары артабан был хаҡта үҙ төбәктәрендә һөйләйәсәк.

Икенсе бурысыбыҙ - йәш ғалимдарҙың идеяларын һәм инициативаларын бергә туплау. Беҙ, ойоштороусылар булараҡ, уларҙы йыйып, рәсмиләштерәсәкбеҙ, һәм беҙҙең бурыс — уларҙы артабан бөтә илгә таратыу, ил етәкселегенә еткереү.

Өсөнсө бурыс – йәш ғалимдар берләшмәләрен берләштереү. Бөгөн Рәсәйҙә улар меңгә яҡын. Улар аралашырға, үҙ-ара фекер уртаҡлашып эшләргә тейеш, сөнки бындай бәйләнештәр йыш ҡына ҡеүәтле фәнни һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә, - тип билдәләне ойоштороусылар исеменән “Курчатов институты” ғилми-тикшеренеү үҙәгенең мегасайенс проекттары буйынса директор урынбаҫары, РФ Президенты ҡарамағындағы Фән һәм юғары белем биреү буйынса советтың Фән һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советы рәйесе Никита Марченков.

Өс көн дауам итәсәк сара барышында 50-нән ашыу майҙансыҡ эшләйәсәк. 

БЕЛЕШМӘ

2 июлдән 4 июлгә тиклем Өфөлә XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы үтә. Сараның эшлекле программаһы съездың рәсми сайтында баҫылған.

Съезды үткәреүҙең төп маҡсаты – йәш ғалимдарҙы йәмғиәтте һәм илебеҙҙе үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен хәл итеүгә йәлеп итеү. Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы буйынса йыл һайын үткәрелә һәм Фән һәм технологиялар ун йыллығы саралары иҫәбенә индерелгән (2022/2031 йылдар).

XIII съезға теркәү кампанияһы йомғаҡтары буйынса 2000-гә яҡын ғариза бирелгән, шуларҙың 1300-ө Фән һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса Координация советы (Корсовет) тарафынан хупланған. Ғаризалар географияһы бөтә Рәсәйҙе, шул иҫәптән яңы төбәктәрҙе (ДХР, ЛХР, Запорожье һәм Херсон өлкәләрен) үҙ эсенә ала. Шулай уҡ ғаризалар Белоруссия, Ҡытай, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әрмәнстан һәм Ҡырғыҙстандан бирелгән.

Съезды ойоштороусы булып Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың фән һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса Координация советы (КорСовет) сығыш яһай. Сара Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ярҙамында үткәрелә. Өфөләге XIII съезд Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында ойошторола.

XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы генераль партнерҙары булып «СИБУР» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм "Валента Фарм" акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай.

Сараның партнерҙары: Рәсәй фәнни фонды, “Наша Лаба”, “Неймарк” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, БФ Система, БФ “Бейеклек”, Евразия фәнни-белем биреү үҙәге, “Science-ID” платформаһы, Менделеев картаһы проекты, МИСИС университеты, “Бизнес FM” радиоһы.

Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтарының  XII съезы Владивостокта – Рәсәйҙең 2024 йылдағы йәштәр баш ҡалаһында үтте һәм Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән Алыҫ Көнсығыш федераль университеты кампусы территорияһында 1000-дән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы.

Автор:
Читайте нас