Өфөләге “Торатау” конгресс-холында XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы үҙ эшен дауам итә. Йәш ғалимдар төрлө майҙансыҡтарҙа ойошторолған фекер алышыуҙарҙа, панель дискуссияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнаша.
“Фән һәм технологиялар ун йыллығы: бөтәһе өсөн дә инициативалар” панель дискуссияһында һүҙ Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан иғлан ителгән Фән һәм технологиялар ун йыллығы, унда билдәләнгән башланғыстар, проекттар һәм саралар тураһында барҙы.
– Ун йыллыҡтың төп маҡсаттары – йәштәрҙе фән һәм технологиялар өлкәһенә йәлеп итеү, тикшеренеүселәрҙе ил һәм йәмғиәт өсөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтеү һәм халыҡтың Рәсәй фәненең ҡаҙаныштары тураһында белемен арттырыу, – тип билдәләне РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы Фәнни-технологик үҫеш өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Али Асадов. Ул йәштәрҙе ун йыллыҡ сиктәрендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашырға, ул тәҡдим иткән мөмкинлектәр менән киң файҙаланырға саҡырҙы. Әйткәндәй, ун йыллыҡтың төп сараларының береһе һаналған Йәш ғалимдар конгресы быйыл ноябрҙә "Сириус" белем биреү үҙәгендә бишенсе тапҡыр үткәрелә.
Дискуссия майҙансығында сығыш яһаусылар Фән һәм технологиялар ун йыллығында билдәләнгән инициативалар тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе, уларға ярашлы эш алып барыусылар эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Фәнни ирекмәнлек башланғысы тәҡдим иткән мөмкинлектәр тураһында Святитель Василий Великий гимназияһы директоры Иван Смирнов һөйләне.
– Фәнни ирекмәнлек – ғалимдар етәкселегендә һәр кемгә ф әнгә өлөш индереү мөмкинлеге ул. Шул уҡ ваҡытта ул ғалимдарға тейешле мәғлүмәт йыйыу, уларҙы эшкәртеү йәһәтенән ирекмәнлек нигеҙендә ярҙам алыу сараһы. Һөҙөмтәлә фәнни бурысты тормошҡа ашырыу еңеләйә, коллективҡа төшкән көсөргәнеш кәмей, шуға күрә фәнни ирекмәнлек башланғысы тәҡдим иткән мөмкинлектәр менән әүҙем ҡулланығыҙ, - тип мөрәжәғәт итте Иван Алексеевич.
Әйткәндәй, бөгөн ил буйынса 10 мең самаһы кеше фәнни ирекмәнлек нигеҙендә Рәсәй фәненең үҫешенә ярҙам итә.
Ҡатнашыусыларға ун йыллыҡ инициативаларының береһе булған Фәнни балалар майҙансыҡтары тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә ҡыҙыҡлы булды. Уның эшмәкәрлеге балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәргә һәм башланғыс класс уҡыусыларына фәнни асыштарҙы ябай тел менән аңлатыуға, уларҙы мауыҡтырғыс фән донъяһында тәүге аҙымдар яһауға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Бөгөн илдең 38 төбәгендә 53 фәнни балалар майҙансығы эшләй. Иң тәүгеләре Ямал-Ненец, Ханты-Манси автономиялы округтарында. Краснодар крайында асылған, ә иң ҙур майҙансыҡ Сочи ҡалаһында урынлашҡан.
Фәнни-популяр туризм маршруттары менән танышыу, үҙ төбәгеңдә уларҙы булдырыу тәжрибәһен өйрәнеү ҙә йәш ғалимдарға ҡыҙыҡлы тема булды. Әйткәндәй, был йәһәттән Башҡортостандың эш тәжрибәһе өлгө булараҡ билдәләнде. Бөгөн беҙҙең республикала туғыҙ фәнни-популяр маршрут булдырылған. Йәштәр улар ярҙамында заманса яңы лабораториялар, ғалимдарҙың асыштары менән таныша ала. "Сократ", "Пифагор", "Авиценна" һәм башҡа маршруттар күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Фән һәм технологиялар ун йыллығының башҡа инициативалары менән танышыу ҙа съезда ҡатнашыусыларға яңы мәғлүмәттәр тупларға ярҙам итте. Ҡатнашыусылар спикерҙарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп, ентекле яуаптар алды.
БЕЛЕШМӘ
2 июлдән 4 июлгә тиклем Өфөлә XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы үтә. Сараның эшлекле программаһы съездың рәсми сайтында баҫылған.
Съезды үткәреүҙең төп маҡсаты – йәш ғалимдарҙы йәмғиәтте һәм илебеҙҙе үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен хәл итеүгә йәлеп итеү. Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар ф әнни берләшмәләре советтары съезы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы буйынса йыл һайын үткәрелә һәм Фән һәм технологиялар ун йыллығы саралары иҫәбенә индерелгән (2022/2031 йылдар).
XIII съезға теркәү кампанияһы йомғаҡтары буйынса 2000-гә яҡын ғариза бирелгән, шуларҙың 1300-ө Фәнни һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советы тарафынан хупланған. Ғаризалар географияһы бөтә Рәсәйҙе, шул иҫәптән яңы төбәктәрҙе (ДХР, ЛХР, Запорожье һәм Херсон өлкәләрен) үҙ эсенә ала. Шулай уҡ ғаризалар Белоруссия, Ҡытай, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әрмәнстан һәм Ҡырғыҙстандан бирелгән.
Съезды ойоштороусы булып Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың фән һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса Координация советы (КорСовет) сығыш яһай. Сара Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ярҙамында үткәрелә. Өфөләге XIII съезд Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында ойошторола.
XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы генераль партнерҙары булып «СИБУР» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм "Валента Фарм" акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай.
Сараның партнерҙары: Рәсәй фәнни фонды, “Наша Лаба”, “Неймарк” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, БФ Система, БФ “Бейеклек”, Евразия фәнни-белем биреү үҙәге, “Science-ID” платформаһы, Менделеев картаһы проекты, МИСИС университеты, “Бизнес FM” радиоһы.
Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтарының XII съезы Владивостокта – Рәсәйҙең 2024 йылдағы йәштәр баш ҡалаһында үтте һәм Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән Алыҫ Көнсығыш федераль университеты кампусы территорияһында 1000-дән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы.
Автор фотолары.