Өфөләге “Торатау” конгресс-холында XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы үҙ эшен дауам итә. Бөгөн, 3 июлдә, йәш ғалимдар төрлө майҙансыҡтарҙа ойошторолған фекер алышыуҙарҙа, панель дискуссияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнаша.
Рәсәй фәнни фонды тарафынан ойошторолған “Рәсәй фәнни фондының грант ярҙамы” тип аталған семинар ҙа бихисап йәштәрҙе тупланы. Ғөмүмән, фонд бөгөнгө көн дауамында съезда ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы саралар тәҡдим итә: семинарҙан тыш, “Асыҡ микрофон” алымында йәш ғалимдарҙың һорауҙарына яуап биреү һәм стратегик сессия ойошторола.
Семинарҙа Рәсәй фәнни фондының генераль директоры урынбаҫары Андрей Блинов фонд тарафынан булдырылған программалар, конкурстар тураһында йөкмәткеле лекция тәҡдим итте.
– Рәсәй фәнни фонды (РНФ) фәнни-техник программаларҙы һәм фундаменталь тикшеренеүҙәр өлкәһендәге проекттарҙы финанслай. Ул Рәсәй Президенты инициативаһы менән 2013 йыл аҙағында булдырылды. Бөгөнгәсә фонд 60 меңдән ашыу Рәсәй ғалимына ярҙам итте, – тип эшмәкәрлектәренең дөйөм йүнәлештәре менән таныштырҙы Андрей Блинов.
Ул 2024 йыл һөҙөмтәләренә айырым туҡталды: уҙған йыл дауамында 10 меңдән ашыу ғилми проект һәм программа яҡлау тапҡан, йәмғеһе 39,2 миллиард һумға торошло финанс ярҙамы күрһәтелгән.
Рәсәй фәнни фонды йәш тикшеренеүселәргә ярҙам итеү һәм фәндең киләсәге өсөн кадрҙар әҙерләү йәһәтенән маҡсатлы эшмәкәрлек алып бара. Фонд йәш ғалимдар өсөн махсус конкурстар булдырған. Шулай уҡ фонд ҡағиҙәләре буйынса ғилми коллективтың яртыһынан кәм булмаған өлөшөн 39 йәшкә тиклемге йәш ғалимдар тәшкил итергә тейеш. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: йәштәргә тәғәйен конкурстарҙың йәш сикләүҙәре бар, шуға күрә уларҙа конкурс түбәнерәк. Мәҫәлән, уртаса күрһәткестәрҙе алып ҡарағанда, башҡа конкурстар буйынса һәр ете-һигеҙ проекттың береһе яҡлау тапһа, йәш ғалимдарҙан ҡабул ителгән проекттарҙа был күрһәткес дүрткә - бер.
Андрей Николаевич съезд делегеаттарына фонд тәҡдим иткән гранттарҙы алыу, конкурстарҙа ҡатнашыу ҡағиҙәләре тураһында ентекле һөйләне. йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.
ФЕКЕР
Сергей Романенко, Новосибирск ҡалаһындағы “Роспотребнадзор” идаралығының Гигиена фәнни-тикшеренеү институты директорының фән буйынса урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты:
– Йәш ғалимдарҙың съезында тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмайым, шуға күрә Рәсәй фәнни фондының эшмәкәрлеге менән быға тиклем дә күпмелер кимәлдә таныш инем. Беҙҙең институт фондтың берлектәге грантын яулап, уртаҡ проектты тормошҡа ашырҙы. Ә бөгөнгө семинарға килгәндә, ул йәш ғалимдар өсөн файҙалы булды, тип һанайым. Сығыш яһаусы йәштәр өсөн махсуслашҡан конкурстар, сит илдәрҙең ғилми үҙәктәре менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында ентекле һөйләне. Проекттарҙы лицензиялау, эш этаптарын дөрөҫ ҡороу тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә йәш коллегаларыма файҙалы булғандыр, тип ышанам.
Ә инде бөгөнгө съезға килгәндә, ул бик юғары кимәлдә ойошторолған. Өфөлә, ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә тәүге тапҡыр ғына түгелмен. Һеҙҙең ошондай ҙур күләмле сараларҙы бик матур, киң даирәле, һәр йәһәттән уйлап ойошторыуығыҙҙы беләм. Был юлы ла барыһы ла шәп. Кисә Өфөнөң бер нисә майҙанында ойошторолған киске программалар ҙа юғары кимәлдә уҙҙы.
БЕЛЕШМӘ
2 июлдән 4 июлгә тиклем Өфөлә XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы үтә. Сараның эшлекле программаһы съездың рәсми сайтында баҫылған.
Съезды үткәреүҙең төп маҡсаты – йәш ғалимдарҙы йәмғиәтте һәм илебеҙҙе үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен хәл итеүгә йәлеп итеү. Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар ф әнни берләшмәләре советтары съезы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы буйынса йыл һайын үткәрелә һәм Фән һәм технологиялар ун йыллығы саралары иҫәбенә индерелгән (2022/2031 йылдар).
XIII съезға теркәү кампанияһы йомғаҡтары буйынса 2000-гә яҡын ғариза бирелгән, шуларҙың 1300-ө Фәнни һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советы тарафынан хупланған. Ғаризалар географияһы бөтә Рәсәйҙе, шул иҫәптән яңы төбәктәрҙе (ДХР, ЛХР, Запорожье һәм Херсон өлкәләрен) үҙ эсенә ала. Шулай уҡ ғаризалар Белоруссия, Ҡытай, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әрмәнстан һәм Ҡырғыҙстандан бирелгән.
Съезды ойоштороусы булып Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың фән һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса Координация советы (КорСовет) сығыш яһай. Сара Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ярҙамында үткәрелә. Өфөләге XIII съезд Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында ойошторола.
XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы генераль партнерҙары булып «СИБУР» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм "Валента Фарм" акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай.
Сараның партнерҙары: Рәсәй фәнни фонды, “Наша Лаба”, “Неймарк” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, БФ Система, БФ “Бейеклек”, Евразия фәнни-белем биреү үҙәге, “Science-ID” платформаһы, Менделеев картаһы проекты, МИСИС университеты, “Бизнес FM” радиоһы.
Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтарының XII съезы Владивостокта – Рәсәйҙең 2024 йылдағы йәштәр баш ҡалаһында үтте һәм Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән Алыҫ Көнсығыш федераль университеты кампусы территорияһында 1000-дән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы.