Бөгөн, 2 июлдә, Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар ғилми йәмғиәттәре советтары съезын асыу тантанаһында һәм сараның пленар ултырышында ҡатнашты.
Пленар ултырыш башланыр алдынан Радий Хәбиров Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Денис Секиринский менән форумдың күргәҙмә майҙансыҡтарын ҡараны.
Съезды ойоштороусылар әйтеүенсә, илдең төрлө төбәктәренән йыйылған йәш ғалимдар өсөн Өфө буйлап гуманитар йүнәлештәге «Сократ» һәм мәғлүмәт технологияларына арналған «Пифагор. IT-Ufa» маршруттары буйынса экскурсиялар әҙерләнгән. Йәштәр шулай уҡ «Фәнни һуҡмаҡ» практикумы барышында үҙҙәрен фәнни-популяр турҙар эшләүселәр ролендә һынап ҡарай ала.
Фәнни туризмды үҫтереү – Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы инициативаларының береһе. Ошо башланғысҡа ярашлы Рәсәйҙә инновациялы объекттар буйынса үҙенсәлекле комплекслы турҙар ойошторола.
Радий Хәбиров һәм Денис Секиринский «Фән – йөҙҙәрҙә» экспозицияһын ҡараны. Унда 23 йәш ғалимдың – президент һәм башҡа абруйлы премиялар лауреаттары, Рәсәй фәнни фонды конкурстары еңеүселәре, илдең 14 төбәгенән алдынғы профилле ойошма хеҙмәткәрҙәренең портреттары ҡуйылған ине.
Күргәҙмәлә шулай уҡ «БЕҘҘЕҢ ЛАБА» проекты сиктәрендә эшләнгән 37 ғилми ҡорамал тәҡдим ителде. Улар араһында туҡымаларҙы һәм ағзаларҙы тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән Рәсәй биопринтеры ла бар.
Йәш ғалимдар һәм студенттар ғилми йәмғиәттәре советтарының XIII Бөтә Рәсәй съезын асып, Радий Хәбиров Башҡортостанда бөтә илдән һәләтле йәштәрҙе ҡабул итеү – республика өсөн ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ, тип билдәләне.
– Өфөлә Бөтә Рәсәй съезын үткәрергә ҡарар иткәне өсөн Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығына рәхмәт белдерәм. Был республиканың йәш ғилми берләшмәһен үҫтереүгә этәргес бирер, тип иҫәпләйем, – тип билдәләне төбәк Башлығы.
Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова видеоэлемтә аша съезда ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Сенатор Башҡортостандың идара итеү командаһына, Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығына фәнде үҫтереүгә иғтибарлы мөнәсәбәте һәм йәш ғалимдарға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Денис Секиринский, Башҡортостан – ғәҙәттәгесә фәнни-технологик үҫеш буйынса алдынғылар рәтендә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
-Төбәктәрҙең фәнни-технология үҫешенең милли рейтингында тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн мөхитте баһалаған субрейтинг бар. Ул Рәсәй Федерацияһының теге йәки был субъектындағы тикшеренеүселәргә ни тиклем уңайлы булыуын күрһәтә. Был субрейтингта Башҡортостан – беренсе урында, – тине Денис Секиринский.
«Курчатов институты» ғилми-тикшеренеү үҙәгенең мегасайенс проекттар буйынса директор урынбаҫары, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың фәнни һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса Координация советы рәйесе Никита Марченков, Башҡортостан шулай уҡ йәш ғалимдарға ярҙам итеү буйынса ла илдә беренсе урынды биләй, тип әйтеп үтте.
- Быйыл төбәктәр араһында съезды үткәреү урыны өсөн етди көрәш булды. Башҡортостан хаҡлы рәүештә еңеү яуланы, тип иҫәпләйем, – тине Никита Марченков.
Пленар дискуссиялағы сығышында Радий Хәбиров, йәш ғалимдарға ярҙам итеү – республиканың идара итеү командаһының төп бурыстарының береһе, тип билдәләне.
- Йыл һайын беҙ фән менән шөғөлләнгән йәштәрҙең стажировкаларын ойоштороуға һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға аҡса бүләбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. - Күптәр был мөмкинлектән файҙаланды, киләсәктә лә ошондай ярҙамды дауам итәсәкбеҙ.
Башҡортостан төп федераль башланғыстарҙа әүҙем ҡатнаша, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. Республика донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәктәрен булдырыу буйынса проектта ҡатнашыусылар иҫәбенә инде һәм университет кампусын төҙөй, уны 2027 йыл аҙағында асырға планлаштыралар.
- Финанслауһыҙ фән йәшәй, үҫешә алмай. Шулай уҡ ғалимдар өсөн улар үҙҙәренең кәрәклеген тойған, мөһим миссия башҡарыуын алаған мөхит булдырыу ҙа бик әһәмиәтле, – тине Радий Хәбиров. - Был һүҙҙәрҙә түгел, ә төбәк етәкселеге һәм йәмғиәт яғынан реаль эштәрҙә сағылырға тейеш.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров йәш ғалимдар һәм тотош Башҡортостан өсөн күләмле саралар үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне.
– Бындай ваҡиғалар фән менән шөғөлләнгән тикшеренеүселәргә үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бирә, ғилми эшмәкәрлектең абруйын арттыра, - тине Башҡортостан Башлығы. - Бынан тыш, республика башҡа төбәктәрҙә эштең нисек ойошторолоуы, йәш ғалимдарҙың ниндәй ғилми тикшеренеүҙәр үткәреүе тураһында ҡыҙыҡлы тәжрибәләргә эйә була.