Ул асыҡ микрофон форматында уҙҙы. Санкт-Петербург дәүләт университетының Химия институты профессоры, йәш ғалимдар өсөн фән һәм инновациялар өлкәһендә РФ президенты премияһы лауреаты, РФ президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса Советтың фәнни һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советы ағзаһы Ирина Тимофеева уны асып, йәш ғалимдарға бирелгән ярҙам саралары хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, һәләтле, тырыш студенттар Рәсәй Федерацияһы Президентының грантына, стипендияһына дәғүә итә ала. РФ фәнни-технологик үҫеш өҫтөнлөктәрен тормошҡа ашырыу буйынса ғилми тикшеренеүҙәр үткәргән аспиранттар ҙа Рәсәй Федерацияһы Президентының стипендияһы алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ йәш ғалимдар өсөн фән һәм инновациялар өлкәһендә РФ президентының премияһы ла бар. Уға 35 йәшкә тиклемгеләр ғариза бирә ала, шәхсән дә, коллектив менән дә ҡатнашырға мөмкин. Түләү күләме – 5 миллион һум.
РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Фән һәм технологиялар ун йыллығын алып барыу бүлеге етәксеһе Али Асадов аспиранттарға бирелгән ярҙам сараһына туҡталды. Уның күләме 75 мең һум тәшкил итә, аспирантурала уҡыу барышында түләнә. Оҙаҡламай студенттарға бирелә башлаясаҡ яңы Рәсәй Президенты стипендияһы хаҡында ла һөйләне, 30 мең һум бер йыл буйы түләнәсәк. Ул 3000 студент быға лайыҡ була алыуын да белдерҙе.
Химия фәндәре докторы, Рәсәй фәндәр академияһы профессоры Сергей Адонин да йәш ғалимдарҙы ярҙам сараларында ҡатнашырға саҡырып, конкурсанттарҙы һайлағанда нимәгә иғтибар бүленеүе хаҡында һөйләне. Аспиранттар өсөн бирелгән 75 мең һумлыҡ стипендияны алған «МИСИС» Милли тикшеренеү технологик университеты аспиранты Регина Куанаева ла сығыш яһаны. Ғилми мәҡәләләрем, уңыштарым бигүк күп булмаһа ла түләүҙе алыу ҡыйын булманы, тип белдерҙе.
Сара йәш ғалимдар өсөн бигерәк тә фәһемле булды, ул грантҡа, стипендияға бирергә ынтылыш та бирҙе.