Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль , 19:59

Ғалим булараҡ Сибур компанияһының полимер бизнесында нисек партнер булырға?

Бөгөн был турала һөйләшеү Өфөлә йәш ғалимдәр съезында булды  

Өфөлә йәш ғалимдәр съезы дауам итә. Бөгөн Конгрес-холлда “Сибур ПолиЛаб” компанияһының вәкилдәре сығыш яһаны. Һүҙ йәш ғалимдәргә нисек комания менән бергә эшләргә, уларҙың бизнес партнеры булырға тураһында барҙы.

Фекер алышыуҙа “Сибур ПолиЛаб”тың директоры  Евгений Степанов ҡатнашты. Ул йәш ғалимдәргә кәңәштәр бирҙе.

- Йәш ғалимдар йыш ҡына компанияның образын һәм уның ихтыяждарын формалаштыра, тик улар уның ысынбарлыҡта нимәгә мохтажлығын күҙ алдына ла килтермәй. Сибурға үҙ эшләнмәләрен тәҡдим итер алдынан,  производствоның нимә икәнен һәм уның нимәгә ынтылыуын аныҡ аңларға кәрәк. Был, моғайын, төп кәңәш, - тине Егор Степанов.

Сарала компанияның аҙыҡ-түлек үҫеше буйынса директоры Кермен Бовальдинова ла сығыш яһаны.

- Иң мөһиме - баҙарға фәнни эшләнмәләр йәһәтенән нимә кәрәклеген аңларға. Шунан ғына эшкә тотонорға була. Минең командала 40-ҡа яҡын кеше бар, уларҙың уртаса йәше - 31,  унауһы беҙҙә стажировка үтте, уларҙың барыһы ла хәҙер беҙҙә эшләй, - тине Кермен Александр ҡыҙы.

Ә «Сибур-Инновациялар»ының полиолефина дирекцияһы директоры Николай Колосов компанияның хеҙмәткәрҙәре, хатта директорҙары йәш икәнлеге тураһында һөйләне һәм йәштәрҙе эшкә йәлеп итергә кәрәк, тип билдәләне.

 - Йәш булыуға ҡарамаҫтан, беҙ етәкселәр вазифаһын башҡарабыҙ. Сибурҙа бөтә етәкселәр ҙә йәш, эйе, был һирәк күренеш. Тик беҙҙең төп бурысыбыҙ береһе - эшкә йәштәрҙе йәлеп итергә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды спикер.

Сараның аҙағында спикерҙар һәр теләгән кеше әңгәмәгә килә ала, тип белдерҙе.

Автор:
Читайте нас