Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль , 10:09

Йәш ғалимдарҙан - юғары баһа

Өс көнлөк съезд эшенә йомғаҡ яһалды.

Өс көндә 85 сара үтте, унда илебеҙҙең 89 төбәгенән һәм ете сит дәүләттән вәкилдәр ҡатнашты, 260 спикер эш алып барҙы. Былар – XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезына бәйле күрһәткес. Өфөлә 2 июлдә башланған ҙур йыйынға бөгөн йомғаҡ яһалды.

Сараның төп маҡсаты – йәш ғалимдарҙы йәмғиәтте, илебеҙҙе үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен яйға һалыу эшенә йәлеп итеү. Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы дәүләтебеҙ Президенты ҡушыуы буйынса йыл һайын үткәрелә. Ул Фән һәм технологиялар ун йыллығы (2022 – 2031 йылдар) саралары иҫәбенә индерелгән.

Өс көнлөк эшкә йомғаҡ яһау тантанаһында сығыш яһап, Курчатов институты директорының мегасайенс проекттары буйынса урынбаҫары, Ғилем һәм белем биреү өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советы рәйесе Никита Марченков съездың былтырғыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ үткәнен билдәләне.

– Форумда илдең барлыҡ төбәктәренән 1300 кеше ҡатнашты, 85 сарала 260 спикер сығыш яһаны, – тине ул. – Былтыр еткергән теләктәрегеҙҙе иҫәпкә алып, әлеге йыйында интерактив формат иҫәбен арттырҙыҡ. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр, эшлекле уйындар, һеҙҙең идеяларығыҙҙы үҫтереү буйынса индивидуаль консультациялар форумдың йөкмәткеһен һиҙелерлек байытты.

Съезда йәш ғалимдар советының эшмәкәрлеген киңәйтеү, тикшеренеү хеҙмәте менән мәшғүлдәргә ярҙам итеү алымдары төрлө яҡлап өйрәнелде, үҙ-ара ныҡлы бәйләнеш булдырыу, даими тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән алға пландар билдәләнде. Һәр майҙансыҡта үҫеш мәсьәләләренә йүнәлтелгән аныҡ тәҡдимдәр әйтелде. Улар менән быйыл ноябрҙә “Сириус”та үтәсәк Йәш ғалимдарҙың V конгресында таныштырасаҡтар. Ҙур сараға әлеге йыйындың иң әүҙем ҡатнашыусылары саҡырылды.  

Йомғаҡлау тантанаһында ойоштороусылар ҙа, йәш ғалимдар ҙа Башҡортостандағы съезд эшен юғары баһаланы, республика етәкселегенә, сараны лайыҡлы үткәреүгә өлөш индергән һәр кемгә, шул иҫәптән ирекмәндәргә ҙур рәхмәт белдерҙе.

Автор:
Читайте нас