Бында, күптәр белә, ергә ныҡлы аяҡ баҫып торған егәрле, ғорур кешеләр йәшәй. Бөгөн беҙ бәхеттең нимә икәнен ошонда үҙебеҙ күреп, уны тойоп ҡайттыҡ.
Абориндар, Аҙналиндар, Грачевтар ғаиләһе. Һәр береһе үҙенең күркәм ғүмер байрамын билдәләй, ауыл башлығы Нурия Шәрипова беҙҙе әл дә саҡырған – саҡ ҡына төшөнкө кеүек тойолған кәйеф (алда беҙҙе нимә көтә, билдәһеҙлек алҡымдан алған) ошо ярты көн эсендә ҡырҡа үҙгәрҙе - тормош барыбер матур бит ул, бына ошондай ғаиләләр матурлай уны.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.