Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, сара тармаҡ белгестәрен, энтузиастарҙы һәм быу йолаларын белгәндәрҙең һәммәһен дә берләштерә. Сара 25 мең кешегә иҫәпләнгән.
Мунса оҫталығы буйынса чемпионаттар – Волга буйы федераль округы ярыштары, “Жогово” һәм күмәкләп парланыу буйынса Рәсәй чемпионаты, һаулыҡ, туризм, мунса технологиялары буйынса оҫталыҡ дәрестәре, купель, чандар, аттракциондар үткәреү, йәрминкә ойоштороу һәм башҡа саралар ҡаралған. Әйткәндәй, “Рәхәттә”гә теләге булған һәр кем килә ала.