Бар Ер шарында ҡурсалау алды, танылыу тапты тиһәң дә була беҙҙең халыҡтың был изге ҡомартҡыһын. Бынан ары беҙҙең өсөн мәмерйәнең ҡәҙере бермә-бер арттымы? Юҡтыр. Элек тә, Бөрйән еренә барып, ял итеп ҡайтыу мәртәбә һанала ине, бынан һуң да шулай уҡ булыр – ҡайҙа ял иттең – Шүлгән ташта – һай, афарин, белгәнһең ҡайҙа барырға икәнен!
...Йәйҙең ғүмере ҡыҫҡа. Бер йәйҙең генәме? Бәндәнеке лә бигерәк ҡыҫҡа. Матур миҙгелдәрҙе, мәңге иҫтә ҡалырлыҡ, үкенескә ҡалмаҫлыҡ итеп үткәреү мотлаҡ.
Үткән ялдарҙа күмертауҙар (көйөргәҙеләр инде, ауылдан сыҡҡан үҙебеҙҙең кешеләр) Шүлгән Ташҡа сәфәр ҡылған. Вәлитовтар ғаиләһе, төрлөһө төрлө йәштә булһалар ҙа, күңелдәре бер: матурлыҡҡа ғашиҡ кешеләр. Был ялдары ғаилә йылъяҙмаһында күренекле урын алды тиһәң дә була, йылдар үтер, һыуҙар ағыр (ғүмерҙәр бигерәк ҡыҫҡа), ейәндәр бер мәл, фотоларға ҡарап, шулай тиер: йәшәй белгәндәр ҙә инде беҙҙең ата-бабалар - эшләй ҙә ял итә лә белгәндәр.