Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь , 14:17

Азатлыҡты яҡлаусылар тәбрикләнде

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Азатлыҡты яҡлаусылар тәбрикләнде
Азатлыҡты яҡлаусылар тәбрикләнде

Суд граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлауҙың мөһим органы, законлылыҡ, гуманлыҡ һәм ғәҙеллек гаранты булып тора. Суд эштәренең һөҙөмтәле системаһы һәм илебеҙҙең суд системаһының юғары абруйы һәр хеҙмәткәрҙең ғәҙеллек эшенә индергән шәхси өлөшөнә бәйле. Бөгөн Күмертау район-ара судында матур сара уҙҙы. Бында суд хеҙмәткәрҙәрен күп йылдар намыҫлы хеҙмәттәре, юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн тәбрикләнеләр.
Күмертау район ара суды судьяһы ярҙамсыһы Елена Павловна Ячменькова менән 1-се разрядлы белгес Әлфиә Фәрит ҡыҙы Хәбибуллина Рәсәй Федерацияһы Юғары Суды ҡарамағындағы Суд департаментының «Тырышлыҡ өсөн» II дәрәжә отличие билдәһе, ә Күмертау район-ара судының дөйөм бүлеге начальнигы Наталия Ивановна Бикмаева «Тырышлыҡ өсөн» I дәрәжә отличие билдәһе менән бүләкләнде.
Күмертау район ара суды рәйесе урынбаҫары Рәмил Фәрит улы Сафаровҡа ведомство наградаһы «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалын тапшырҙылар. Шулай уҡ уны вазифа бурыстарын өлгөлө үтәгәне өсөн БР Судьялар советының Почет грамотаһы менән дә бүләкләнеләр. Рәмил Фәрит улы быйыл үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләне ошо матур дата менән дә уны коллгеалары ла тәбрикләне.
Күмертау район ара суды рәйесе Фәрғәт Тимерғәлей улы Хәлитов барыһын да лайыҡлы наградалар алыуҙары менән ҡотланы һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау буйынса эштәрендә уңыштар теләне.

Автор:
Читайте нас