Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь , 15:49

"Айыҡ ауыл" быйыл ҡайҙа, ҡасан була?

Иҫке Мораптал башлап ебәрҙе, Кинйәбай бөтөрәсәк.

"Айыҡ ауыл" быйыл ҡайҙа, ҡасан була?
"Айыҡ ауыл" быйыл ҡайҙа, ҡасан була?

«Айыҡ ауыл» конкурсында быйыл йәмғеһе 11 ауыл ҡатнашам, ти. Шәмбе көнө был сараны Иҫке Мораптал ауылы башланы. Сиратта – Таймаҫ, ул иртәгә үткәрәсәк, Урам байрамы тип аталасаҡ был саралары. Артабан Яңы Юл ауылы -  29, Зәк-Ишмәт – 30.

Октябрҙең беренсе көнөндә ҡунаҡтарҙы, жюри ағзаларын Тимербай көтә. Икеһе Бахмут, өсө Илкәнәй, дүрте – Мәмбәтҡол. Саҡ ҡына тын алып, хәл йыйғас, 10 октябрҙә Шәбағышта байрам була, 17-һе – Яңы Отрада, 24-е Айсыуаҡ (былтыр үткәрмәй, ҡасып ҡалғайны). Конкурсты Кинйәбай бөтөрөп ҡуя – был ауылда байрам 27 октябрҙә үтәсәк.

Автор:
Читайте нас: