Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь , 15:50

Шиғырҙарым хуш килһен

Мин Имелбаева Хәтимә Заһир ҡыҙы Тимербай ауылында тыуып үҫтем. 37 йылдан ашыу шәфҡәт туташы булып эшләп, кешеләрҙең һаулыҡ һағында торҙом. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялдамын, яңыраҡ ҡына, илһам килеп, шиғырҙар ижад итә башланым. Бәлки, гәзит уҡыусыларҙың күңеленә хуш килер, тигән өмөттә шиғырҙарымды һеҙгә ебәрәм.

Шиғырҙарым хуш килһен
Шиғырҙарым хуш килһен
Ауыл тормошо
Ауыл кешеһе ҡырмыҫҡалар кеүек
Көнө буйы туҡтамай йүгерә.
Сөнки уның эше бөтмәй, бик күп
Иртүк таңдан тора көтөүгә.

Һөтөн үткәрә ул көтөү ҡыуғас,
Һауыттарын кәрәк йыуырға.
Унан инде иртәнге аш әҙерләп
Төшкө ашты кәрәк уйларға.

Иртә яҙҙан бәрәңгеһен сәсә,
Баҡса сәсә кибеү менән ер.
Ҡош-ҡорт ала, көн дә уны көтә
Йәй буйына уңа эш әҙер.

Унан етә бесән ваҡыты ла,
Еләк-емеш башлай өлгөрә.
Барыһын да эш итергә кәрәк
Ваҡыт ҡына етһен барыһына.

Балалар ҡайтып төшә күмәкләшеп
Ҡыуанышып ҡаршы алаһың.
Аллаға шөкөр, үҙе бер бәхет, тип
Инде уларҙы оҙатып ҡалаһың.

Көн дә малды ҡарайһың, ашатаһың
Мал булмаһа нимә эшләмәк кәрәк?
Мал ҡарауы тәнгә гимнастика
Тиреҫ түгеүҙәре бигерәк.

Унан бәрәңге ҡаҙырға ваҡыт етә,
Ташҡабаҡ, сөгөлдөрө, кишере,
Помидор, боросто салат итеп эшләйек
Һәр береһе бит биҙәй өҫтәлде.

Унан инде баҡса йыйыштырыу,
Кипкән һабаҡтарҙы, сәскәне.
Яҙғылыҡҡа бары әҙер торһон
Һауыттары, тырма, көрәге.

Ҡышы үтә тағын малын ҡарап
Үтһен әйҙә мең шөкөр Аллама.
Ошо тыпылдап йөрөгән аяҡтарҙың
Файҙаһын күрергә яҙһын быйыл да.

Шулай үтә ауыл кешеһенең ғүмере
Эшен табып тора үҙенә.
Ял итергә уның ваҡыты юҡ
Ҡайҙа инде ҡунакта йөрөргә...

“Малым бар бит минең, кемгә ҡалдырайым?”
Яуабы әҙер уның һәр ваҡыт.
Ҡалаларға барып балаһына
Ята алмай бит ул ял итеп.

Бының барыһын да аңлар өсөн
Ауыл ерендә кәрәк үҫергә.
Барыһы буш, барыһы булһын өсөн
Бик күп эштәр кәрәк эшләргә.

Эшләргә яҙһын, йәшәргә тыныслыҡта,
Аллаһы биргән беҙгә ғүмерҙе.
Аяҡтарыбыҙ шулай тыпылдап торһон
Яҡшы булһын бары ҡалғаны!

Ғүмер үтә...
Ғүмер үтә, бына яңы ғына
Мәктәп тупһаһында булғанбыҙ.
Ҡасан инде эшләй башлайбыҙ, тип
Хыял диңгеҙендә йөҙгәнбеҙ.

Ул ваҡытта оҙаҡ үткән һымаҡ
Була ине мәктәп йылдары.
Оҙаҡ түгел, бары 8 йыл ғына
Үтеп киткән икән ни бары...

Студент саҡтағы күңелле, матур йылдар
Һиҙелмәй ҙә үтеп киттеләр.
Уҡып бөтөп эшләй башлағас та
Йыл артынан йылдар үттеләр.

Ғүмер үтте, хәҙер үҙебеҙ ҙә,
Ҡартлыҡ пенсияһы алабыҙ.
Ҡайҙа икән мәктәп тупһаһында
Уҡып йөрөгән йәшлек юлыбыҙ?!

Йыраҡтарҙа ҡалды бик йыраҡта
Беҙҙең гөрләп торған ул саҡтар.
Ҡайтарырға нисек тырышһаң да
Тик бер генә икән йәш саҡтар!

Саңғы шыуғанда...
Ҡыш етеү менән
Бала сағалар
Тау битләүендә
Саңғы шыуалар.

Биттәре алһыу,
Күҙҙәре яна.
Ҡолап ятһа ла
Бер ни юҡ уңа.

Һикереп тороп
Өҫтөн дә ҡаҡмай
Лыс һыу булғансы
Йөрөй ул шулай.

Эх, күңелле бит
Саңғы шыуғанда.
Тик саңғы ғына
Һынмаһын унда.

Гүзәл Башҡортостаным
Матурлыҡты күрә белгәндәргә
Ниндәй матур донъя, тәбиғәт.
Башҡортостанымдың гүзәллеген
Етмәҫ әгәр яҙһаң мең китап.

Ниндәй генә мәмерйәләре юҡ,
Йылға, күлдәре лә күп уның.
Бейек тауҙа, ҡая өҫтәрендә
Нисек үҫә икән аҡ ҡайын?!

Аллаһы Тәғәлә матурлығын биргән,
Байлығын да биргән мул итеп.
Туғай, болононда һәр йәй һайын
Еләк-емеш үҫә күп итеп.

Ошо матурлыҡты күрергә тип
Килә кеше бик күп төбәктән.
Төрөк, Араб илдәре ситтә торһон
Саф һауалы Башҡорт иленән!

Ғорурбыҙ беҙ батырҙарыбыҙ менән
Һаҡлай тоғро яуыз дошмандан.
Тиҙ арала иҫән-имен генә
Ҡайтһын ҡыуанып Бөйөк еңеүҙән.

Йәмләндерегеҙ! Тағы ла балҡытып
Киләсәк быуын-беҙҙең ышаныс
Ғорур торор бөйөк Республикам
Булһағыҙ һеҙ әгәр таяныс!

Бала сағым
Тыуған ауылым - минең Тимербайым!
Һиндә тыуып, һиндә үҫкәнмен.
Сихри тәбиғәттән илһам алып
Шишмә һыуҙарыңды эскәнмен!

Ул ваҡытта балалар нисек үҫте?
Булманы бит беҙгә тәтәйҙәр.
Ҡыштарын беҙ шыуҙыҡ саналарҙа
Ә йәй инде бәпкә көтөүҙәр.

Йылы ямғыр яуып үтеү менән
Ялан тәпей йүгерҙек урамда.
Ә малайҙар кәтерҙәрен этеп
Ярышалар тиҙерәк уҙарға.

Яҙҙар етеп тауҙар асылыу менән
Тау башына менә инек беҙ.
"Байраҡ алыш", "Лапта" уйнай-уйнай
Арып-талып ҡайта 
инек кис.

Йортобоҙға шыпырт ҡына кереп
Тауыш-тынһыҙ эшкә тотонабыҙ.
Әтей-әней әрләшмәһен тиеп
Бөтөн эште эшләп ҡуябыҙ.

Бәләкәйерәк саҡта өйҙәр төҙөп
Уйнай инек ҡыҙыл балсыҡтан.
Уны биҙәр өсөн йыя инек
Төрлө ерҙән ватыҡ һауыттар.

Унан көтә инек көҙ еткәнен
Кукуруз баҫыуына барырға.
Ниндәй сәсле генә бәпәйҙәр юҡ,
Рәхәтләнеп ҡала уйнарға.

Әгәр тотоп һораһалар шулай
Ҡайтарырғамы, тип үткәнде.
Мин бер һүҙһеҙ әйтәм ҡайтарырға
Ғәзиз миңә уның һәр көнө!

Бала саға тейеш саф һауала
Рәхәтләнеп тышта уйнарға.
Планшет, айфон ҡосаҡлап көнө буйы
Ваҡыт үкәрмәһен диванда!

Ғүмер юлы
Йәш саҡтарҙа күптән үтеп китте
Сәсләремә бәҫләр ҡундылар.
Ғүмер үткән һайын тик йышыраҡ
Иҫкә төшә бәхетле шул йылдар.

Кем генә һуң һағынып иҫкә алмай
Ошо матур гүзәл йәшлекте?
Гөлдәр кеүек матур, көслө, дәртле
Шашып торған ошо миҙгелде.

Әти-әней иҫән, дуҫтар ҙа күп
Уҡырға ла асыҡ ишектәр.
Ошо бәхетле, алтын ваҡыттар
Бер ҡасан да үтмәҫ кеүектәр.

Тик үтә икән шул барыһы ла
Йәшлек йылдары ла, ҡартлығы.
Беҙ килгәнбеҙ бары был донъяға
Ҡунаҡ ҡына булып ни бары.

Шуға күрә ҡәҙерҙәрен беләйек,
Һәр миҙгелдең, йылдың, сәғәттең.
Үкенмәҫлек итеп йәшәп ҡалайыҡ
Аллаһ биргән бүләк-ғүмерҙең!

Һәр миҙгелдәр матур үҙенсә...

Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы бар
Яҙ-йәй айы йәмле йәшеллек.
Көҙ айында һары алтын төҫө
Ә ҡыш инде ап-аҡ сафлылыҡ!

Бына көҙ ҙә етте һиҙелмәй ҙә
Һарғайҙылар үлән, япраҡтар.
Ҡойолалар ергә ипләп кенә
Шул һарғайып кипкән үләндәр.

Туғай, яланда ла тып-тын ҡалды
Һандуғастар инде һайрамай.
Осоп китә ҡоштар йылы яҡҡа
Ҡайтабыҙ тип яҙын һуңламай.

Тәбиғәт матур, тирә-яҡта тынлыҡ
Бер аҙ һағышлы ла күңелгә.
Яҙын ҡайтҡан ҡоштар ҡыуанып ҡайтһын
Тыныслыҡ ҡайтҡан тиеп илемә!

Матурлыҡ ҡына түгел-байлыҡ та күп
Ошо килгән алтын миҙгелдең.
Ниндәй генә уңыштарын бирмәй
Изге ере Тыуған илемдең!

Ашлыҡ үҫә иген ҡырҙарында
Инде бирһен йылда уңышын.
Ниндәй генә йәшелсәләр үҫмәй
Мул уңыш алабыҙ һәр көҙөн!

Еләк-емештәрҙе әйтәһе юҡ,
Баҡсала ла үҫә туғайҙа.
Балан, миләш, алма, бөрлөгәндең
Файҙаһы күп беҙҙең һаулыҡҡа!

Шөкөр, итергә лә онотмайыҡ беҙ
Аллаһ биргән ошо байлыҡҡа.
Именлектә йәшәйек ҡыуанышып
Ошо матур, бик мул тормошта!
Автор:
Читайте нас: