

Теге шаулы йылдарҙан бирле ана күпме ваҡыт үтеп киткән. Тел, милләт тип шу замандарҙа йүгереп йөрөгәндәр бөгөнгө көндә олоғайып, аҡһаҡал ҡорона инде. Әлеге юбилейҙа был егет-ҡыҙҙарҙы оноторға ярамай (йәл, кемеһелер ошо көнгә килеп етә алманы).
...Теге көн ҡала башҡорттары ҡоролтайы Әлфиә Шәмиғолова шылтырата:
- Юбилейға бәйле рубрика асырға кәрәк гәзиттә, беҙ унда үҙебеҙ материалдар ебәрербеҙ.
Ҡыуанып ҡабул иттек тәҡдимде, етмәһә, мәҡәләләр, башлыса, шәхестәргә ҡағыласаҡ - кем ҡоролтай, тимәк, милләт яҙмышында яҡты эҙ ҡалдырған. Был исемлектә, әлбиттә, Юлай Әмәкәсов та буласаҡ. Кисә ул фото ебәргән. Кем, нимә, ҡасан, ниңә - һорау биреп торманыҡ. Һүҙһеҙ ҙә аңлашыла. Ҡотлайбыҙ!