Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь , 15:37

"Яныбай Хамматов. Тарихҡа табан алтын күпер" күргәҙмәһенә килегеҙ!

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы әҙәбиәт һөйөүселәрҙе уникаль күргәҙмәгә саҡыра.

Башҡорт халҡының шанлы ла, данлы ла тарихын, тарихи шәхестәрен үҙ халҡына ҡайтарыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына - 100 йыл.

Республика Башлығы Указына ярашлы ойошторолған сараларҙың матур нөктәһе буласаҡ ҙур күргәҙмәлә яҙыусының шәхси әйберҙәре, китаптары, хатта баҫылмай ҡалған китап ҡулъяҙмалары урын аласаҡ.

Күргәҙмәгә килеп, ни өсөн Яныбай Хамматов 40 йәшенән һуң ғына яҙа башлауын, уны ни өсөн "Башҡорт Толстойы" тип атауҙарын белергә, уның йырлауын ишетергә, тыуған йортоноң, йәйге баҡса йортоноң, эш бүлмәһенең макеттарын күрергә мөмкин буласаҡ.

Күргәҙмәнең асылыу тантанаһында әҙиптең ейәнсәре Алһыу Хамматова, бүләсәләре, яҡташтары һәм башҡа ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы көтөлә.

Күргәҙмәнең партнерҙары - Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы, Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһы, М. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн китапхана, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы, Белорет районы Исмаҡай ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбе.

Яныбай Хамматовтың ифрат бай ижадына һәм биографияһына бағышланған тәүге ҙур күргәҙмәне күреп өлгөрөр өсөн Башҡортостан Республикаһының Милли музейына рәхим итегеҙ!

Автор:
Читайте нас: