Унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Бахмут ауылы биләмәһе ауылдары ла йыл да әүҙем ҡатнаша. Быйыл да улар ситтә ҡалманы һәм урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса йыйылыш үткәрҙеләр.
- Йыл да ҡатнашып, алдағы ҡуйылған маҡсаттарыбыҙға ирешеп киләбеҙ. Быйыл, был программаға ярашлы, Бахмут ауылының Совет урамындағы һыу торбаларына капиталь ремонт эшләү планда тора. Был инициативаны ауыл халҡы ла күтәреп алды һәм берҙәм ҡул күтәрҙеләр. Алла бирһә, еңеп сығып, был эште лә уңышлы атҡарып сығырбыҙ тип өмөтәләнәбеҙ, - ти Бахмут ауыл биләмәһе башлығы Нурия Шәрипова.