Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2025, 16:52

Яңы Юлдарҙың тура юлы

Беҙҙең Яңы Юл ауылы быйыл “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашты

Яңы Юлдарҙың тура юлы
Яңы Юлдарҙың тура юлы

Бәйге сиктәрендә күп саралар үткәрҙек. Иҫкәртеү эштәренә айырыуса иғтибар бирҙек, йәштәргә, балаларға сәләмәт тормош алып барыуҙың әһәмиәтлелеген аңлатыу ниәте менән байтаҡ спорт ярыштары үткәрҙек. Ауыл халҡы берҙәм һәм ойошҡан рәүештә һәр бер үткәрелгән сараларҙа ҡатнашып барҙы.
Беҙҙең ауылыбыҙ бәләкәй генә булһа ла, бында оло йөрәкле, изге күңелле, бер-береһен ихтирам иткән кешеләр йәшәй. Тырышып тормош көтәләр. Һәр беребеҙ ауылыбыҙҙа тормош уңайлы булһын, халыҡ матур йәшәһен өсөн тырышабыҙ.
Был әһәмиәтле конкурсҡа ла ауылыбыҙ халҡы етди ҡараны. Уның һөҙөмтәһе булып муниципаль этапта 2-се урын алыу булды. Конкурс премияһына беҙ бер тауыштан Махсус хәрби операцияһында булған яҡташ егеттәребеҙгә кәрәк-яраҡтар алыуға йүнәлтергә булдыҡ. Дрель-шуруповерт, электрогенератор, иретеп йәбештереү аппараты алып та ҡуйҙыҡ.
Ойоштороу комитеты исеменән ауылыбыҙ тормоша битараф булмағандарҙың һәр береһенә рәхмәттәр белдерәбеҙ. Был еңеүебеҙ беҙҙең берҙәмлегебеҙҙе сағылдыра.
Айгөл БИКМАЕВА, Яңы Юл ауылы

Автор:
Читайте нас