

Был ысынлап та шулай. Бөгөн барлыҡ халҡыбыҙ ҙа фронтҡа, хәрбиҙәребеҙгә ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнаша: гуманитар ярҙам йыя, селтәрҙәр үрә, һәр беребеҙ Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Еңел булмаған ваҡытта бөтәбеҙгә лә берҙәмлекте һаҡлап ҡалырға кәрәк тип иҫәпләйем, берләшеп кенә беҙ бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға аласаҡбыҙ һәм барыбыҙ өсөн дә мөһим булған Еңеүгә өлгәшә аласаҡбыҙ. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Әлфиә Шәмиғолова, ҡала Советы депутаты, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе