Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март , 15:43

“Ғаилә йолаларын һәм ҡиммәттәрен” һаҡлаусы - Хәсәновтар

Биш балалы өлгөлө Хәсәновтар ғаиләһе “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2026” конкурсының "Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре” номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булды.

“Ғаилә йолаларын һәм ҡиммәттәрен” һаҡлаусы - Хәсәновтар
“Ғаилә йолаларын һәм ҡиммәттәрен” һаҡлаусы - Хәсәновтар

Хәсәновтарҙың ғаилә бәхетенең сере - ғаиләнең һәр ағзаһына ихтирам һәм һөйөү менән ҡарау. Ғаиләнең хатта үҙенең фамилия гербы бар, был ата-бабаларының хәтерен, тамырҙарын һаҡлау һәм үҙенең шәжәрәһен белеү тураһында һөйләй, бөтә ғаилә ағзаларының берҙәмлеген символлаштыра.
Аделина Һәм Азамат Хәсәновтарҙың ғаилә тарихы мәктәп эскәмйәһенән башлана. Ҡыҙға ул ваҡытта 16, ә егеткә 21 йәш була, хәҙер инде ир менән ҡатындың ғаилә тормошо стажы 19 йыл тәшкил итә. Был йылдар эсендә бик күп төрлө ваҡиғалар була, әммә улар бер тапҡыр ҙа көҙҙөң йәмле айында танышып, ҡауышыуҙарына үкенмәй.
Азаматтың тормош иптәше аделина Ҡазаҡбаевтар ғаиләһендә донъяға килә, ә был ғаилә боронғо кенәз нәҫеле Шәғәли Шаҡмандан сыҡҡан, был хаҡта ғаилә ағзалары һәр ваҡыт ғорурлыҡ һәм ихтирам менән һөйләй.
Ғаиләлә ике ул тәрбиәләнә, яҙмыш ҡушыуы буйынса уларға тағы өс туғанын тәрбиәгә алырға тура килә һәм ғаилә шунда уҡ күп балалыға әйләнә. Бөгөнгө көндә бәхетле ғаиләлә дүрт ул: Арыҫлан, Даниэль, Динислам, Нурислам һәм бер ҡыҙ Дарина тәрбиәләнә.
Мөхәббәт, дуҫлыҡ, үҙ-ара аңлашыу, ихтирам, йылылыҡ һәм уңайлылыҡ, шатлыҡ һәм теләктәшлек уларҙың бөтәһен дә бер ҡыйыҡ аҫтында берләштерә. Был күп балалы ғаиләлә өлкәндәргә һәм ата-әсәләргә хөрмәт, изгелек һәм үҙ-ара ярҙам, яҡындары өсөн яуаплылыҡ кеүек тәрбиә ысулдары ҡабул ителгән.

Хәсәновтарҙың дуҫ ғаиләһендә ошо йылдар эсендә быуындан-быуынға күскән үҙ йолалары, ғөрүф-ғәҙәттәре барлыҡҡа килә. Бөтә ғаилә ағзалары байрамдарҙа тантаналы төшкө ашҡа йыйыла, айырым осраҡтарҙа ғаилә байрамдары, кәңәштәр ойоштора, һәр ғаилә ағзаһының үҙ өй бурыстары бар. Йыл һайын йолалар һаны арта ғына бара.
Ғаиләлә ата-әсәй тарафынан йортта балаларҙың гармониялы үҫеше, һәләт һәм таланттарын үҫтереү өсөн, уларҙы ижади шөғөлдәргә йәлеп итеү өсөн уңайлы атмосфера булдырылған. Хәсәновтар балаларының һәр башланғыстарында ярҙам итә, уртаҡ шөғөлдәр һәм мауығыуҙар өсөн ваҡыт таба. Буш ваҡытта улар бергәләшеп тәбиғәткә сәйәхәт итә, унда самауыр ҡайнатып, табын ҡора, балыҡ тоторға ярата. Хәсәновтар ғаиләһендә балалар бик талантлы һәм оҫта ҡуллы, улар ижад, музыка, бейеү, шашка һәм шахмат уйнау, велосипедта йөрөү һәм саңғыла шыуыу менән шөғөлләнеүҙе ярата.

Аделина Хәсәнова бөтә булған буш ваҡытын балаларҙы тәрбиәләүгә бүлә. Ул талантлы рәссам, рәсем сәнғәте менән мауыға һәм йорттарҙы биҙәп, йәмләп торған иҫ киткес картиналар ижад итә. Шулай уҡ ул дизайн-проекттар төҙөүҙе лә үҙ итә.
Хәсәновтар бар булған ваҡытын, илһамын, һәләттәрен балаларына бағышлай, уларға мөхәббәт, үҙ – ара аңлашыу, изгелек, рухилыҡ кеүек ғаилә ҡиммәттәрен һала.
Беҙ Хәсәновтар ғаилһе менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, уларҙы күптәр өсөн өлгө итеп ҡуябыҙ һәм был ғаиләне сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлап, иҫәнлек, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ.
Әлфиә ШӘМИҒОЛОВА, Күмертау Башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе.

Автор:
Читайте нас