

Туберкулез – туберкулез микобактерияһы (Кох таяҡсаһы) барлыҡҡа килтергән йоғошло ауырыу. 1882 йылда немец бактериологы Роберт Кох тәүгеләрҙән булып туберкулез ауырыуын тыуҙырыусы таяҡсаларҙы микроскоп аша күрә һәм был асыш тураһында 24 мартта Берлин ҡалаһында физиология йәмғиәтендә доклад менән сығыш яһай. Шул көндән алып туберкулез һәм уны дауалау ныҡлап өйрәнелә башлай. 1904 йылда Роберт Кох Нобель премияһына лайыҡ була.
Туберкулез инфекцияһы һәр бер кешегә йоғоуы мөмкин. Әммә ауырыуҙың “асыҡ” формаһын йөрөткән кеше менән тығыҙ бәйләнештә булғандар йышыраҡ йоҡтора.
Яңы диагноз ҡуйылған ауырыу осраҡтарының кәмеүенә ҡарамаҫтан, Көйөргәҙе районында 2025 йылда флюорография тикшереуе буйынса 6 сир осрағы асыҡланған. Барыhы ла Республика клиник фтизиопульнология үҙәгендә дауаланалар. Балалар араһында 2025 йылда был сирҙең осрағы асыҡланмаған.
Туберкулез симптомдарын иҫегеҙҙә тотоғоҙ, әгәр ҙә шундай билдәләр йәки ҡайһы берҙәре килеп сыҡһа, тиҙ генә табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ:
- Ҡаҡырыҡ, ҡайһы берҙә ҡан менән оҙайлы йүткереү;
- күкрәк ситлегендә ауыртыу;
- төндә ныҡ тирләү;
- дөйөм хәлһеҙлек;
- тән температураһының күтәрелеүе;
- ябығыу.
Туберкулездың актив формаһын йөрөткән кеше тейешле дауа алмағанда йыл һайын уртаса 10–15 кешегә ауырыуҙы йоҡторорға мөмкин. Туберкулез күбеһенсә һауалағы тамсылар аша йоға, һирәк осраҡта контакт һәм аҙыҡ-түлек аша, ҡарындағы балаға әсәнән күсеүе мөмкин.
Бөгөнгө көндә туберкулез ауырыуын асыҡлау юлдары:
- Рентгенологик тикшереү (йәки йылына 1 тапҡыр үпкәләргә флюорография үткәреү);
- Бактериологик анализ;
- Иммуноферментлы анализ;
- Балаларға туберкулин диагностикаһы (Манту һынауы, Диаскинтест)
туберкулезға ҡаршы профилактика.
- Туберкулезға ҡаршы прививкаларҙы (БЦЖ) ваҡытында яһатығыҙ, уларҙан баш тартмағыҙ:
Баланы тыуғандан һуң 3–7 көнөнә вакцинациялау;
Балаларҙы 6–8 йәштә ҡабаттан вакцинациялау (Манту реакцияһы кире булған осраҡта).
- Диспансеризация үтегеҙ.
Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барығыҙ:
Алама ғәҙәттәрҙән баш тартыу (тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр һәм наркотик матдәләр ҡулланыу), рациональ туҡланыу, оптималь хәрәкәт режимы, сынығыу, саф һауала йөрөү, шәхси гигиена, эш һәм ял режимын аралаштырыу, ыңғай эмоциялар, бүлмәләрҙе йышыраҡ һыу менән һөртөп тороғоҙ, йыйыштырығыҙ, елләтегеҙ һәм түшәк кәрәк-яраҡтарын алмаштырығыҙ.
Ғазинур ФӘЙРУШИН, Республика клиник фтизиопульнология үҙәгенең Күмертау филиалы табип фтизиатры