Йәмғиәт
1 Июля , 10:12

Бөтәбеҙ ҙә был донъяла ваҡытлыса

Күмертауҙа ҡала башҡорттары ҡоролтайының ултырышы булды.

Бөтәбеҙ ҙә был донъяла ваҡытлысаБөтәбеҙ ҙә был донъяла ваҡытлыса
Бөтәбеҙ ҙә был донъяла ваҡытлыса

Ҡапыл ғына ниңә йыйылырға булдылар – һорау асыҡ ҡалды, отчет-һайлау тигәс, нимәгәлер йомғаҡ яһарға, нөктә ҡуйырға кәрәк тигәнде аңлата һәм, ысынлап та, бер нөктәне ҡуйҙылар – ҡоролтай рәйесе булып 2012 йылдан бирле эшләгән Әлфиә Шәмиғолова был вазифаһынан китте.

Ижтимағи ойошма етәксеһе булыу – еңел эш түгел, өҫтәмә йөкләмә, яуаплылыҡ, бының өсөн береһе лә бер тин түләмәй, мәртәбәһе, бәлки, барҙыр (башлыҡ янында тороп,  юҡ юҡта фотоға төшәһең, теге-был кәңәшмәләрҙә һыйынып тигәндәй ултыраһың), әммә...   Рәхәтенә ҡарағанда ҡыйыны күберәк.

Ҡалай булһа ла, Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы был йөктө 14 йыл буйына тартты. Билдәле, кемдер бик риза булмағандыр уның эшмәкәрлеге менән (ситтән тороп, фекер йөрөтөү, тәнҡитләү – беҙҙең ҡанда), күптәр маҡтаны (республика кимәлендә әллә нисә тапҡыр почетлы урындар алынды, Күмертау ҡоролтайын башҡаларға өлгө итеп күрһәттеләр). Шуныһы: беҙҙә ниндәй ҙә булһа ижтимағи ойошма бик хәтәр көскә эйә икән тип яңылышҡандар бар. Был улай түгел. Иманым камил: Әлфиә апай әллә нимәләр эшләрмен тип күңелендә уйлағандыр ҙа, әммә... Ирекле ҡош булып, һауа иңләгәндәр юҡ хәҙер.

Элекке ҡоролтай рәйесенә ҡарата бик күп йылы һүҙҙәр, рәхмәттәр әйтелде, ҡала башлығы Олег Астахов, Бөтә Донъя ҡоролтайы президиумы ағзаһы, Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев... Тиҫтә йыл бергә эшләгән коллегалары, ҡоролтайы ағзаларының рәхмәте бик йылы булды...

Ә. Шәмиғолова ҡоролтай рәйесе булған был дәүер Күмертау ҡалаһы тарихында яҙылып ҡалды. Ваҡыт үтер, беҙ булмаҫбыҙ, киләсәк кенә дөрөҫ баһа сығарыр: нисек эшләнек, йәшәнек беҙ? Был донъяла барыһы ла, бөтәһе лә ваҡытлыса, ваҡыт ҡына мәңгелек. Әйткәндәй, Ә. Шәмиғолова рәйеслектән китһә лә, ҡоролтайҙа ағза булып ҡала, яңы рәйескә, ышанабыҙ, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итер, бай тәжрибәһе менән уртаҡлашыр.

Автор:
Читайте нас