Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
1 Сентября 2022, 15:57

Яндарыңда гелән рәхәт

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған ғәзиз кешебеҙ, яратҡан ҡатыным, һөйөклө әсәйебеҙ, ҡартәнийебеҙ, хәстәрлекле ҡәйнәм Римма Шәкүр ҡыҙы ХИСМӘТУЛЛИНАны ихлас күңелдән матур ғүмер байрамы - тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Яндарыңда гелән рәхәт
Яндарыңда гелән рәхәт

Һөйөклөбеҙ, һине тыуған көнөң менән ҡотлап аяҙ күк йөҙө, муйыл сәскәһендәй ак бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ. Аҡыллы, тәүфиҡлы, ярҙамсыл, ҡәҙерленән-ҡәҙерлебеҙ һин, күҙҙәр генә теймәһен үзеңә. Киләсәктә лә әлегеләй киң күңелле, алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә аҡ бәхеттәр, балаларыңдың һәм ейәндәреңдең күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын. Тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп тор.
Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә.
Бәхетте кеше үҙе яһай. Һин дә үз бәхетеңде үҙең тыуҙырып, балаларыңа, туғандарыңа ла өлөш сығараһың. Киләсәктә лә ул хазинаңдың шишмәһе һайыҡмаһын, өйөң гел элеккеләй нурға сумып, балҡып торһон. Беҙ һине барыбыҙ ҙа яратабыҙ!
“Әней” тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә
Бөтә донъя һыйған, һыйынған!
Ҡояштың да иң-иң наҙлы нуры
Әсәй йөрәгендә ҡойонған!
Әсәкәйем минем! Яндарыңда
Гелән рәхәт, гелән күңелле!
Һиндә генә урын алғандыр ул
Йомшаҡлығы йөрәк, күңелдең!
Теләкәйеңдән гел йылы һүҙ сыға,
Балаларым, тип йәшәйһең.
Ғүмеркәйең оҙондарҙан булһын,
Донъялағы иң шәп кешеһең!
Ҡотлауҙар менән ирең Булат, ҡыҙҙарың Юлиә, Лилиә, Рузалина, кейәүең Руслан, ейәндәрең Айлин, Аслан.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: