Бөтә яңылыҡтар
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
12 Ғинуар 2023, 10:40

Мул тормошта йәшә!

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ, ҡоҙабыҙ - Зөлфәҡәр Өммәтҡол улы ҒӘЛИЕВты оло байрамы - 85 йәшлек юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Мул тормошта йәшә!
Мул тормошта йәшә!

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман тырышып донъя көтә, беҙгә, балаларына, ярҙам итеп, аҡыллы кәңәштәрен биреп, барыбыҙҙы ла йыйып, берләштереп йәшәй.
Көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл булған яҡыныбыҙға иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һинең уй-теләктәрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын! Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, әсәйебеҙ менән бергә, тыуған йортобоҙҙоң нурын һаҡлап, оҙон-оҙаҡ парлы тормошта йәшәргә насип булһын, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген тойоп, шатлыҡтарына ҡыуанып йәшә! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, ныҡлы һаулыҡ
Юлдаш булһын тормош күгеңдә.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Фәниә, балаларың, килен-кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарығыҙ.

 
Автор: Дим Ильясов
Читайте нас