Все новости

Ҡотло булһын, әней, тыуған көнөң

Ҡәҙерле тормош иптәшем, әнейебеҙ, өләсәйебеҙ Әлфинур Әхмәтшәриф ҡыҙы ВАНЮРКИНАны 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотло булһын, әней, тыуған көнөң
Ҡотло булһын, әней, тыуған көнөң

Беҙҙең ғәзиз кешебеҙ ябайлығы, алсаҡлығы, ярҙамсыллығы менән үҙенә тартып тора, донъябыҙға нур һибеүсе ҡояш төҫлө – уның менән яҡты ла, йылы ла, тыныс та. Беҙ һәр ваҡыт уның аҡыллы, төплө кәңәштәренә таянабыҙ, көслө рухлы, сабыр булыуын хөрмәт итәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Һине 55 йәшлек матур юбилейың — дәрт-дарманлы, маҡсатлы, был тормоштоң, йәшәүҙең ҡәҙерҙәрен белеү осорона етеү менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, һиңә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңондай оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарыңдың терәк-таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшә!
Ҡотло булһын, әней, тыуған көнөң,
Беҙ барыбыҙ ҙа ошо теләктә.
Бөгөндәй шат йылмайған йөҙөң
Шатлыҡ өҫтәй беҙҙең йөрәккә.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, яратҡан балаларың һәм ейәнең Радмир.

 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: