Йәшә шатлыҡтарға күмелеп

Фәнилә МАЗИТОВАны ҡотлайбыҙ!

Йәшә шатлыҡтарға күмелепЙәшә шатлыҡтарға күмелеп
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп

Ялсыҡай ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында ғаиләһе менән матур донъя ҡороп, бәхетле ғүмер итеүсе ҡәҙерле кешебеҙ, яратҡан ҡыҙыбыҙ, хәстәрлекле апайыбыҙ, инәйебеҙ - Фәнилә Флюз ҡыҙы МАЗИТОВАны күркәм байрамы - 30 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Яратҡаныбыҙ, һиңә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңа.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Гөлсиә, атайың Флюз, туғандарың Зарина, Әлфинә, Айгиз, киленең Зөлфирә һәм уларҙың балалары Лиана, Аяз, Асель.

Автор:
Читайте нас