Ҡартаймаһын күңелең

Ғаяз ЯХИНОВты ҡотлайбыҙ!

Ҡартаймаһын күңелеңҠартаймаһын күңелең
Ҡартаймаһын күңелең

Абдул ауылы 
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҡарт әтейебеҙ Ғаяз Ғәббәс улы ЯХИНОВты - матур 60 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең яҡыныбыҙ тынғы белмәгән, тырыш, изге йөрәкле тормош иптәше, хәстәрлекле әтей, ҡарт әтей ул. Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, иҫәнлек, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, балаларыңдың, туғандарыңдың изгелектәрен күреп, ихтирам, иғтибарҙарын тойоп, уңыштарына шатланып, бәрәкәтле тормошта әнейебеҙ менән тигеҙлектә, бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Һин булғанда донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән киләсәккә өмөтөбеҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы. Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.
60 йәшең тулһа тулһын,
Күңелең ҡартаймаһын.
Йөрәктәге дәртең менән,
Мәңге йәш булып ҡал һин.
Ябай, сабыр, оло йәнле лә һин,
Ҡылғандарың бары изгелек,
Ҡайғыларһыҙ үтһен һәр-бер көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
60 йәшең менән ҡотлап,
Ҙур бәхеттәр һиңә теләйбеҙ.
Үҙең кешелекле булған өсөн,
Ололайбыҙ бөгөн һине беҙ.
Балаларың менән бергә-бергә,
Тигеҙлектә яҙһын йәшәргә.
Һүрелмәһен йәндә дәрт-дарман,
Яҡындарың һиңә шуны теләй.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлнара, ҡыҙҙарың Лилиә, Гөлсинә, кейәүҙәрең Фаил, Ринат, улың Рәфис, киленең Гөлсинә һәм дә ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас