Ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйбеҙ

Әлфиә ШӘРИПОВАны ҡотлайбыҙ!

Ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйбеҙҠатын-ҡыҙ бәхете теләйбеҙ
Ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйбеҙ

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле, яратҡан туғаныбыҙ Әлфиә Фәрих ҡыҙы ШӘРИПОВАны матур ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхетле, бәрәкәтле, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Тынғыһыҙ, сабыр йөрәкле, изге күңелле, ярҙамсыл, кешелекле яҡыныбыҙға киләсәктә лә бар хыялдарың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Еңел булмаған эшеңдә ҙур уңыштар һиңә.
Һәр атҡан таңға шатланып, матур тормошҡа ҡыуанып, балаларыңдың бәхеттәрен күреп, кейәү менән тигеҙ-тиң йәшәргә насип булһын. Йөрөгән юлдарың уң булһын, ғаиләң ҡыуандырып торһон. Иң оло ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйбеҙ һиңә.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен,
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң,
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе,
Ҡабул итсе тыуған көнөндә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ, юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә!
Ҡотлау менән һине яратып туғандарың.

Автор:
Читайте нас