Һоҡланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ

Әлфиә ШӘРИПОВАны ҡотлайбыҙ!

Һоҡланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙҺоҡланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ
Һоҡланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ
Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, һөйөклө булған тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, һылыуыбыҙ, апайыбыҙ Әлфиә Фәрих ҡыҙы ШӘРИПОВАны 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙгә Хоҙай уңғанлыҡты, сабырлыҡты муллап биргән, ул туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ ептәрен һаҡлай белә. Һинең тәбиғи холоҡ-фиғелеңә, изгелекле булыуыңа һоҡланабыҙ, рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ.
Һөйөклөбөҙ! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең яҡтыртыусы, һаҡлаусы һәм йылытыусы кешебеҙ!
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар, туғандар, коллегаларың ихтирамында, балаларыңдың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Киләсәктә лә, тормошҡа йәм биреп, һөйөклө тормош иптәшең Рәшит менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар,
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә,
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Сәләмәтлектә үтһен көндәрең.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәшит, апайың Райхан, абзыйың Рәмил, еңгәң Менәүәрә, мырҙаң Рәлиф, киленең Гүзәл, ҡыҙҙарың Әлиә, Гүзәлиә, Гөлкәй, Гөлназ, кейәүҙәрең Илфат, Арслан, Марат, ейәндәрең Данис, Эмиль.
Автор:
Читайте нас