Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен

Әлфиә ШӘРИПОВАға матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһенЙөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен

Күмертау ҡалаһы
Хөрмәтле етәксебеҙ, “Айгөл” балалар баҡсаһы мөдире Әлфиә Фәрих ҡыҙы ШӘРИПОВАны күркәм байрамы менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, һаулыҡ, тормош юлығыҙҙа тик бәхетле миҙгелдәр осрап тороуын, оҙон, бәхетле ғүмер юлы теләйбеҙ. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеп, барлыҡ теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырып, йәшәү дәртегеҙҙе һүндермәй, тормош юлынан ғорур атлағыҙ! Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, ейәндәрегеҙҙең шатлыҡтарына һөйөнөп, тормош иптәшегеҙ менән иңгә-иң терәшеп, оҙон-оҙаҡ, бәхет-шатлыҡтарға ғына төрөнөп йәшәргә яҙһын.
Ғүмер юлығыҙ - оҙон, яулайһы үрҙәрегеҙ күп булһын!
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Иң изге теләктәр менән “Айгөл” балалар баҡсаһы коллективы.

Автор:
Читайте нас