

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған киленебеҙ, еңгәбеҙ - Нәркәс Раүил ҡыҙы ИБРАҺИМОВАны - 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, бар эшкә лә уңған, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, яҡшы тормош иптәше, балаларына хәстәрлекле әсәй. Хәстәрлекле, тыңғыһыҙ йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Артабан да улыбыҙ, туғаныбыҙ менән мул тормошта, туғандарыңдың, яҡындарыңдың ихтирамында, балаларың изгелегендә иҫән-имен, бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән әнәйең, әтейең, Өфө ҡалаһынан Ибраһимовтар, Сабитовтар, Яҡшымбәт ауылынан Түләковтар.