Яҡуп ауылында тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта Күмертау ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең яҡын кешебеҙ, мырҙабыҙ, ҡәйнешебеҙ Ғаяз Хәмзә улы ВАНЮРКИНды ғүмеренең матур байрамы юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ һөйөнөстәргә генә тулы булып тәгәрәһен. Иҫәнлек-һаулыҡ, тән сихәте, йән тыныслығы, бәхетле-шатлыҡлы, тигеҙ бәрәкәтле, оҙон ғүмер насип итһен Аллаһы Тәғәлә!
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн һәр саҡ йөҙөңдә.
Теләктарҙең ихлас изгеләрен,
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын,
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булып хыялыңдың,
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Изге теләктәр менән Яманһарынан апайың менән еҙнәң, Ермолаевонан абзыйың менән еңгәң.