Насип булһын оҙаҡ йәшәргә

Нурия ХӘЛИЛОВАны ҡотлайбыҙ!

Насип булһын оҙаҡ йәшәргәНасип булһын оҙаҡ йәшәргә
Насип булһын оҙаҡ йәшәргә

Ҡарай ауылында тыуып үҫкән, хәҙерге көндә Яңы Мораптал ауылында йәшәүсе әнәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Нурия Вәхит ҡыҙы ХӘЛИЛОВАны 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Әнәй! Ошо бәләкәй генә һүҙгә күпме наҙ, күпме йылылыҡ, күпме һөйөү, күпме һөйкөмлөлөк һыйған. Һәр бер бала өсөн иң-иң ҡәҙерлеһе — әнәй! Ваҡыт үтә... бына инде беҙ ҙә үҙ аллы булдыҡ. Әнәй. Уның өсөн бала үҫһә лә, һәр ваҡыт бала булып ҡала. Әнәй йөрәге һәр ваҡыт бала өсөн, үҙенең йән киҫәге өсөн борсола. Ул - көслө кеше. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, бер үҙең бишебеҙҙе үҫтерҙең, үҙ аллы иттең. Һәр ваҡыт яҡты йөҙөң менән ҡаршы алаһың, оло ҡунаҡ итеп оҙатаһың. Һин йәшәгән йорттоң ишектәре бер ҡасан да бикләнмәһен ине. Әнәй, Хоҙай Тәғәлә һине һаулыҡтан, күңел тыныслығынан, донъя ҡыуаныстарынан айырмаһын. Күңелең һис ҡасан борсолоуҙар белмәһен, алтын ҡулдарың талмаһын. Беҙ һиңә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең — ҡояшлы, көндәрең — аяҙ, кистәрең - айлы, уйҙарың яҡты, күңелең тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, яҡындарыңдың яҡты киләсәген, донъя рәхәтлектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Ҡайтҡан һайын, әнәй, яндарыңа,
Ҡолас йәйеп ҡаршы алаһың!
Мең-мең рәхмәт, әнәй, тәрбиәңә,
Беҙҙең өсөн бик-бик кәрәкһең.
Ҡәҙерле әнәйебеҙгә
Насип булһын оҙаҡ йәшәргә,
Бик күп йылдар яҙһын беҙгә:
«Әнәй», - тиеп өндәшергә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең исеменән Илүзә ҡыҙың.

Автор:
Читайте нас