

Яҡуп ауылында тыуып, хәҙерге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ғәзиз кешебеҙ Ғаяз Хәмзә улы ВАНЮРКИНды ғүмер байрамы 55 йәшлек матур юбилейы — дәрт-дарманлы, маҡсатлы, был тормоштоң, йәшәүҙең ҡәҙерҙәрен белеү осоро етеү менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һиңә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңондай оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарыңдың терәк-таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшә! Атай! Һин беҙҙең таянысыбыҙ ҙа, ышанысыбыҙ ҙа, яҡлаусыбыҙ ҙа, һаҡлаусыбыҙ ҙа. Киләсәктә Әсәй менән татыу, өлгөлө пар булып, бер- берегеҙҙең күңел яҡтылығын тойоп, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар- туғандар ихтирамында, беҙ- балаларың изгелегендә, хөрмәтендә йәшәүеңде теләйбеҙ!!!
Бөгөн, атай, һинең тыуған көнөң,
Бар донъяла иң-иң изге көн!
Беҙ бәхетле булһын өсөн, сөнки
Һин тыуғанһың, атай, һин бөгөн!
Ер йөҙөндә иң-иң яҡшы атай,
Иң аҡыллы, тырыш һәм уңған.
Һинең йөрәк беҙгә һөйөү менән
Мәңгелеккә, атай, ул тулған!
Олоғайҙым тиеп көймә, атай,
Шатланышып йәшәйек бергә.
Һин булғанда донъя шундай яҡты,
Әйҙә, ет һин, атай, ет йөҙгә!
Изге теләктәр менән ҡыҙың Әлфинә, улың Нияз һәм ейәнең Радмир, тормош иптәшең Әлфинур.