Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Ринат ИСКӘНДӘРОВты ҡотлайбыҙ!

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһенКөндәреңде шатлыҡ биҙәһен
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Түбәнге Баба ауылында йәшәүсе, яратҡан тормош иптәшем, ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Ринат Ғәрифулла улы ИСКӘНДӘРОВты матур ғүмер байрамы, оло юбилейы айҡанлы, изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, хине 65 йәшлек матур юбилейың - дәрт-дарманлы, маҡсатлы, был тормоштоң, йәшәүҙең ҡәҙерен белеү осороң менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һиңә иң мөһиме - ныҡлы һаулыҡ, оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағын шатлыҡ - һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарыңдың терәк-таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йэшэ.
Йөрәгеңә йыйған якшылыктар,
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуар таңдар алып килһен һиңә,
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек - ярты бәхет тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Ҡотлау менән тормош иптәшең, ҡыҙың, улдарың, кейәүең, киленең, ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас