Иң яҡыны беҙгә һин генә

Зөләйха ҒАФАРОВАны ҡотлайбыҙ!

Иң яҡыны беҙгә һин генәИң яҡыны беҙгә һин генә
Иң яҡыны беҙгә һин генә

Уңғар ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиз кешебеҙ - Зөләйха Тимерхан ҡыҙы ҒАФАРОВАны 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һиңә ер йөҙөндәге иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Хәйерле оҙон ғүмер, сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ. Һин киң күңелле, сабыр кеше. Беҙҙең терәгебеҙ, кәңәшсебеҙ, таянысыбыҙ. Киләсәктә лә балаларыңдың ҡыуанысын, игелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәреңә һөйөнөп, беҙҙең менән муллыҡта, һаулыҡта ғүмер кисерергә насип булһын һиңә.
Рәхмәт һиңә, мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Иң изге теләктәр менән ейәнең Юнир, киленең Гөлиә, бүләләрең Ирәндек, Ихсан һәм бүләсәһе Илгинә.

Автор:
Читайте нас