Һинһеҙ, әней, донъя тар

Беҙҙең өсөн иң ғәзиз, hөйөклө кешебеҙ - Гөлназ Таһир ҡыҙы БИКТАШЕВАны 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап, ихлас теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Һинһеҙ, әней, донъя тарҺинһеҙ, әней, донъя тар
Һинһеҙ, әней, донъя тар

Ҡәҙерлебеҙ, көндәреңде өмөт нуры балҡытһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тик алға тәгәрләһен. Хоҙай сабырлыҡ бирһен, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, үткәнгә үкенмәй, йортобоҙҙоң ҡото булып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Киләсәктә лә бөгөнгөләй алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле, изге, киң күңелле терәгебеҙ булып яҡындарыңдың шатлыҡ-ҡыуанысына төрөнөп, беҙҙең изгелектәребеҙҙе күреп, оҙаҡ йәшәргә насип булһын! Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Тырышлығың, тәрбиәң, изге күңелең, йоҡоһоҙ төндәрең, хәстәрлегең өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ һиңә! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әней!
Күҙ нурҙарын түгеп, күңел биреп,
Төн йоҡламай ҡарап үҫтерҙең,
Хәҙер һинең ғәзиз балаларың
Шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерһен.
Сал сәстәрең араһында
Мин ағартҡан сәс тә бар.
Һинһеҙ әней, тормош йәмһеҙ.
Һинһеҙ, әней, донъя тар.
Оҙон ғүмер, һаулыҡ бирһен хоҙай
Баш эйәмен һинең алдыңда.
Изгелегең өсөн мең-мең рәхмәт,
Ҡояш ҡына көлһөн ғүмер таңыңда!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Гүзәл һәм уның ғаиләһе.

Автор:
Читайте нас