

Таймаҫ ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Ира ауылында йәшәүсе, Башҡортостан эске эштәр министрлығы хеҙмәт ветераны, һөйөклө улым, яратҡан тормош иптәшем, ҡәҙершле атайыбыҙ - Рәфис Рәис улы СОЛТАНГӘРӘЕВ - 50 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ хәстәрлекле, тырыш, изге йөрәкле атай, уңған ғаилә башлығы булыуың менән мин бик ҡәнәғәт.
Улым, бәхетең ҡояш кеүек нурлы, ғүмерең оҙон булһын. Бөгөнгөләй йөҙөңдән бер ваҡытта ла шат, көләс йылмайыуың китмәһен. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Киләсәктә балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, изгелеген күреп йәшәргә яҙһын. Ғүмер йомғағың шатлыҡтарға тулып тәгәрәһен. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән айырмаһын.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек ярты бәхет тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Сафия, тормош иптәшең Ләйсән, улдарың Мөслим, Таир.