Хөрмәтле Яҡшымбәт ауылы биләмәһе ветерандары Советы рәйесе Рафиҡ Фәрит улы БИКМАЕВты күркәм юбилейы менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, һаулыҡ, тормош юлығыҙҙа тик бәхетле миҙгелдәр осрап тороуын, оҙон, бәхетле ғүмер юлы теләйбеҙ. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеп, барлыҡ теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырып, йәшәү дәртегеҙҙе һүндермәй, тормош юлынан ғорур атлағыҙ! Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Яҡындарығыҙҙың изгелектәрен күреп, уларға терәк булып, оҙон-оҙаҡ, бәхет-шатлыҡтарға ғына төрөнөп йәшәргә яҙһын.
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Ҡотлау менән Яҡшымбәт ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре.