

Ҡалта ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Шәүкәт Йәүҙәт улы ИШКИНИНды 63 йәше тулыу уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Һин булғанға длнъябыҙ йәмле, йәнле, аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ,ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Розалия, улдарың Шамил, Рөстәм, килендәрең Лилиә, Гөлназ һәм ейәнсәрең Милена менән ейәнең Илнур.