Күңелең һинең әле йәштәрсә!

 Фәтҡулла АҠҺАРОВты ҡотлайбыҙ! 

Күңелең һинең әле йәштәрсә!Күңелең һинең әле йәштәрсә!
Күңелең һинең әле йәштәрсә!

Ҡотлоюл ауылы
Ҡәҙерле ҡоҙабыҙ Фәтҡулла Ғайса улы АҠҺАРОВтың юбилейы!
75 йәш ғүмер көҙөнә ҡоҙағыйыбыҙ Йәннәт менән етәкләшеп, һөйөнөп тәгәрләйһегеҙ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың уңыштарына ҡыуанып, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә һөйөклө, хәстәрләкле өләсәй-олатай булып, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, яҡындарығыҙға терәк-таяныс булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә Хоҙай насип булһын!
75 йәш тулды, йылмай әле,
Бер ҙә уфтанмай.
Башланмаған тиҫтәләрҙе башлап,
Йәшә ҡоҙа берҙә ҡартаймай!
75 йәш тулған ваҡытта ла
Күңелең һинең әле йәштәрсә!
Аҙымыңды ныҡ баҫып егеттәрсә
Йәшәргә лә әле йәшәргә!
Иң изге теләктәр менән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың Рим һәм Ризәлә, Рафаил һәм Тәнзилә Саттаровтар һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас