Йәшәү дәрте булһын күңелдә

Салауат САТТАРОВты ҡотлайбыҙ!

Йәшәү дәрте булһын күңелдәЙәшәү дәрте булһын күңелдә
Йәшәү дәрте булһын күңелдә

Яңы Муса ауылы
Ауыл мәнфәғәте өсөн хеҙмәт иткән, ауылым тип янып йәшәүсе, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булған, хөрмәтле старостабыҙ - Салауат Марат улы Саттаровты күркәм байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һеҙгә оҙон ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Күңелегеҙҙән – тыныслыҡ, тәнегеҙҙән – сихәт, тормошоғоҙҙан именлек бер ваҡытта ла китмәһен. Һаулыҡта, донъя рәхәтлектәре кисереп, тормош иптәшең Мәүлиҙә ханым, улдарығыҙ, яҡындарығыҙ менән бергә бәрәкәтле мул тормошта йәшәргә яҙһын.
Тыуған ауылың, уның халҡы өсөн башҡарған барлыҡ изгелектәрең өсөн матур байрам көнөңдә һеҙгә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, тағы оҙон-оҙаҡ йылдар ошо изгелектәрегеҙҙең игелектәрен күреп йәшәргә яҙһын.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән Илкәнәй ауыл биләмәһе хакимиәте.

Автор:
Читайте нас