Йәшә лә йәшә әле!

Альфред АҘНАБАЕВты ҡотлайбыҙ!

Йәшә лә йәшә әле!Йәшә лә йәшә әле!
Йәшә лә йәшә әле!

Иҫке Отрада ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ Альфред Хәким улы АҘНАБАЕВты күркәм юбилейы 60 йәше менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, балаларыңдың изгелеген күреп йәшә лә йәшә әле! Әлегеләй алсаҡ йөҙлө изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай оҙон ғүмер ит.
Күпме булһа ерҙа изге теләк-
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Дилә, улың Раян, ҡыҙың Лилиә, киленең Замира, кейәүең Рөстәм, ейәнсәрең Милена.

Автор:
Читайте нас